— Мин капитан Мироновтың ҡыҙы.
— Капитан Миронов ҡыҙы! Теге Ырымбур кре постәренең береһендә комендант булып торған Миро новтың ҡыҙымы?
— Тап шулай.
Теге ханым тәьҫирләнгәндәй булып китә. Ул тағы ла яғымлыраҡ тауыш менән: «Әгәр һеҙҙең эшегеҙгә ҡатнашам икән, мине ғәфү итегеҙ; ләкин мин батша һарайында булғылайым; үтенесегеҙҙең ниҙән торға нын миңә аңлатып бирегеҙ, һәм, ихтимал, мин һеҙгә ярҙам итә алырмын», — ти.
Марья Ивановна урынынан тора ла ихтирам менән уға рәхмәт әйтә. Билдәһеҙ даманың бөтә ҡиәфәте иркһеҙҙән күңелде үҙенә тарта һәм ышанып ҡарарға мәжбүр итә торған була. Марья Ивановна кеҫәһенән бөкләнгән ҡағыҙ алып, уны үҙенең билдәһеҙ яҡлау сыһына бирә, ә билдәһеҙ дама уны үҙалдына ғына уҡый башлай.
Тәүҙә ул иғтибарлы һәм яҡшы ниәтле ҡиәфәт ме нән уҡый; ләкин ҡапыл уның төҫө үҙгәреп китә, — һәм уның бөтә хәрәкәттәрен күҙәтеп торған Марья Иванов на, уның бер генә минут элек шундай яғымлы һәм ты ныс йөҙөнөң ҡырҡыуланғанын күреп, ҡурҡыуға төшә.
— һеҙ Гринев өсөн үтенәһегеҙме ни? — ти теге ха ным һалҡын ҡиәфәт менән. — Императрица уны ғәфү итә алмай. Ул үҙенең наҙанлығы һәм еңел ышаныусан- лығы сәбәпле түгел, бәлки әхлаҡһыҙ һәм зарарлы, әшәке кеше булғанлыҡтан самозванецкә эйәргән.
— Ах, дөрөҫ түгел! — тип ҡысҡырып ебәрә Марья Иванова.
— Нисек инде ул дөрөҫ түгел! — тигән теге ханым уға ҡаршы, бөтөнләй асыуы ҡабарып.
— Дөрөҫ түгел, билләһи дөрөҫ түгел! Мин бөтәһен дә беләм, мин һеҙгә бөтәһен дә һөйләрмен. Ул тик ми нең өсөн генә үҙенең өҫтөнә ауған бөтә был бәләләргә дусар булды. Әгәр суд алдында ул аҡланмаған икән, мине буталдырырға теләмәгәнлектән генә аҡланма ғандыр. — Шул урында ул инде уҡыусыма билдәле булған бөтә ваҡиғаны ҡайнар күңелдән һөйләп бирә.
Ханым уны иғтибар менән тыңлай, «һеҙ ҡайҙа туҡтанығыҙ? — тип һораған ул һунынан, һәм, Анна 127