матур туғай буйлап китә. Бында граф Петр Алексан дрович Румянцевтең 1 күптән түгел булған еңеүҙәре хөрмәтенә яңы ғына һәйкәл һалынған икән. Ҡапыл инглиз тоҡомонан булған бәләкәй бер аҡ эт өрә-өрә уға ҡаршы сабып килә башлай. Марья Ивановна ҡур ҡып китә һәм туҡтап ҡала. Шул минутта: «Ҡурҡма ғыҙ, ул тешләмәҫ», — тигән бер яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә, һәм Марья Ивановна һәйкәлгә ҡар шы эскәмйәлә ултырған бер ханымды күрә. Марья Ивановна эскәмйәнең икенсе башына барып ултыра. Теге ханым уға текләп ҡарай; Марья Ивановна ла уға күҙ остары менән генә бер нисә тапҡыр ҡараштырып ала, уның башынан аяғына тиклем күҙ югертеп сығыр ға өлгөрә. Ул — өҫтөнә иртәнге аҡ күлдәк менән йылы камзул, башына төнгө чепчик кейгән, ҡырҡ йәштәр самаһындағы дама була. Уның тулы, алһыу йөҙөндә мөһабәтлек һәм тыныслыҡ балҡып тора, зәңгәр күҙ ҙәрендә һәм еңелсә йылмайыуында аңлатып бирә ал маҫлыҡ күркәмлек була. Теге ханым беренсе башлап һүҙ ҡуша: — һеҙ, бындағы кеше түгел, ахыры? — ти.
— Тап шулай: мин кисә генә провинциянан килдем.
— һеҙ туғандарығыҙ менән килдегеҙме?
— Юҡ. Яңғыҙым ғына килдем.
— Яңғыҙығыҙ! Ләкин һеҙ бик йәшһегеҙ бит.
— Минең атайым да, әсәйем дә юҡ.
— һеҙ бында, әлбиттә, ниндәй ҙә булһа бер эш менән килгәнһегеҙҙер?
— Тап шулай. Мин государынягә үтенес бирергә тип килдем.
— һеҙ етем ҡыҙмы әллә, бәлки һеҙ ғәҙелһеҙлектән һәм рәнйетелеүҙән зарланырға килгәнһегеҙҙер?
— һис юҡ. Мин тоғро хөкөм һорарға түгел, ә мәр хәмәт һорарға килдем.
— һорарға рөхсәт итегеҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?
i Р у м я н ц е в-3 а д у н а й с к и й, П. А. — фельдмаршал; XVIII быуаттағы рус полководецтәренең береһе. Рус армияһы уның етәкселегендә күп кенә еңеүҙәргә өлгәшә. Кагул йылғаһы янындағы һуғышта (1770) еңеүе хөрмәтенә Царское Селола (хәҙер — Пуш кин ҡалаһы) уға һәйкәл ҡуйылған.
126