уға үҙенең уйҙарын бер аҙ аңлатып биргән. Әсәйем, йәшле күҙ менән, уны ҡосаҡлап ала һәм уйланған эштең хәйерле булып тамамланыуын алланан һорай. Марья Ивановнаны юлға әҙ:ерләгәндәр, һәм, бер нисә көндән һуң, ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәре Палаша һәм Савельич менән юлға сыҡҡан. Үҙ ихтыярынан башҡа .минән айырылған Савельич, һис юғында минең вәғә ҙәләшеп ҡуйған һөйөклөмә хеҙмәт итәм, тигән уй ме нән күңелен йыуата торған булған.
Марья Ивановна имен генә Софияға 1 килеп еткән, һәм, почта йортонда, Дворҙың2 был ваҡытта Царское Селола булғанлығын белеп, шунда туҡтарға булған. Уға бүлем артында бер мөйөш бирәләр. Смотрителдең ҡатыны шунда уҡ уның менән һөйләшә башлаған, үҙен батша һарайындағы мейес яғыусының туған дан туған ҡәрендәшемен тип танытҡан һәм уны һарай тормошоноң бөтә серҙәре менән таныштырған. Ул го- сударынянең, ғәҙәттә, сәғәт нисәлә йоҡонан тороуын, сәғәт нисәлә кофе әсеүен, нисәлә йөрөргә сығыуын, был саҡта уның янында ниндәй вельможаларҙың бу лыуын; уның кисәге табын янында нәмәләр һөйләгәнен, кис менән кемде ҡабул иткәнен һөйләгән, — ҡыҫҡаһы, Анна Власьевнаның һөйләгән һүҙҙәре тарихи яҙма ларҙың бер нисә битен тултырыр һәм киләсәк быуын өсөн ҡиммәтле нәмә булыр ине. Марья Ивановна уны иғтибар менән тыңлай. Улар баҡсаға сығып китәләр. Анна Власьевна уға һәр бер аллеяның һәм һәр бер бәләкәй күперҙең тарихен һөйләй. Улар, йөрөп туйғас, бер-береһенән бик ҡәнәғәт булып, станцияға әйләнеп ҡайталар.
Икенсе көндө Марья Ивановна йоҡонан бик иртә уянып, кейенә лә аҡрын ғына баҡсаға сығып китә. Иртә бик матур була, көҙ башланғанын белдереп һар ғайған юкә ағастарын ҡояш нурҙары балҡыта. Киң күл тын ғына ялтырап ята. йоҡоларынан уянған аҡ ҡоштар ярҙы ышыҡлап торған ҡыуаҡтар араһынан эреләнеп кенә йөҙөп сығалар. Марья Ивановна бик 1 С о ф и я — Петербургтан егерме ике километр алыҫлыҡ тағы, Царское Селоға яҡын почта станцияһы һәм кескәй ҡала.
2 Д в о р — был урында батша тирәһендәге һарай кешеләре мәғәнәһендә алынған.
125