мәрхәмәт күрһәткәнлеген йәшермәгән; ләкин һис бер төрлө хыянат тураһында бер ни ҙә ишеткәне юҡлығы на ант иткән. Ҡарттар тынысланғандар һәм түҙем һеҙлек менән яҡшы хәбәрҙәр килеүен көтә башлаған дар. Марья Ивановна бик ҡаты борсолған, ләкин ул, ғәжәп дәрәжәлә тыйнаҡ һәм һаҡ кеше булғанға, был хаҡта бер һүҙ ҙә әйтмәгән.
Бер нисә аҙна үтеп китә... Ҡапыл атайым Петер- бургтан беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ кенәз Б.-нан хaт ала. Кенәз - уға минең хаҡымда яҙған. Ғәҙәттәге инеш һүҙҙәрҙән һуң кенәз атайыма, минең фетнәселәрҙең яуыз ниәттә рендә ҡатнашыуым тураһындағы шиктәрҙең, бәхетһеҙ леккә ҡаршы, артығы менән нигеҙле булып сыҡҡан лыҡтарын, ғибрәт булырлыҡ үлем язаһына дусар ителергә тейеш булһам да, государынянең, атайым дың хеҙмәттәрен һәм ҡартлығын хөрмәт итеп, уның енәйәтсе улын ғәфү итергә ҡарар биргәнлеген һәм, уны хурлыҡлы үлемдән ҡотҡарып, Себерҙең алыҫ бер мөйөшөнә ғүмерлек һөргөнгә ебәрергә ҡушҡанлығын хәбәр иткән.
Ошо көтөлмәгән ҡайғынан атайым саҡ үлмәй ҡала. Ул үҙенең ғәҙәттәге ныҡлығын юғалта, һәм уның ғә ҙәттә үҙ күңелендә генә һаҡлана торған ҡайғылары, хәсрәтле зарланыуҙар булып, ташып сыға. Ул үҙ-үҙен онотоп: «Нисек инде был! Минең улым Пугачевтың яуыз эштәрендә ҡатнашлыҡ иткән! Хаҡ тәғәлә, бына нәмәләр күргәнсе йәшәнем! Государыня уны үлем язаһынан ҡотҡара! Унан миңә ни файҙа? Үлем язаһы ҡурҡыныс түгел: олатайымдың олатайының атаһы, үҙе изге тип белгән эште яҡлап, лобный урында 1 үлгән; атайым Волынский һәм Хрущев 2 менән бергә язалан- 1 Л о б н ы й у р ы н (лобное место) — Мәскәүҙә (боронғо ларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, XVI быуатта төҙөлгән) түңәрәк, яҫы ҡалҡыулыҡ. Батшаның иң мөһим указдары шул ҡалҡыу лыҡтан иғлан ителгәндәр; унан алыҫ түгел урында иң ҙур енә йәтселәр язалап үлтерелгәндәр.
2 В о л ы н с к и й , А. П. (1689— 1740)— Бирон хакимлек ит кән осорҙағы данлыҡлы политик эшмәкәр. Биронға дошман бул ған дворяндар группаһы менән бергәләп ул деспотлыҡ режимен сикләү һәм дворяндәрҙең киң даирәләре файҙаһына реформа пландары ҡорған. Алмашыныш яһарға һәм власте ҡулға алырға ынтылыуҙа ғәйепләнеп, ул үҙенең иң яҡын тарафдары Хрущев А. Ф. менән бергә язалап үлтерелгән. 'г