Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 122.

горек коменданты ҡыҙының исемен комиссия алдында телгә алманы. Мин үҙемдең ниәтемде тағы ла нығыта төштөм, һәм судьялар, Швабриндең күрһәтеүҙәрен нә­ мә менән кире ҡаға алыуымды һорағас, мин, үҙемдең беренсе аңлатмаларымда торам һәм үҙемде аҡлар өсөн бүтән бер нәмә лә әйтә алмайым, тинем. Генерал беҙҙе алып сығырға ҡушты. Беҙ бергә сыҡтыҡ. Мин Швабрингә тыныс ҡына ҡарап алдым, ләкин уға бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Ул асыулы көлөмһөрәне һәм, үҙенең бығауын күтәрә төшөп, минән уҙып китте, аҙымдарын тиҙләтте. Мине тағы төрмәгә илтеп яптылар һәм шу­ нан һуң инде һорау алырға саҡырманылар.

Мин уҡыусыға һөйләп бирергә теләгән ҡалған ва­ ҡиғаларҙың шаһите булманым; ләкин ул турала һөй­ ләгән һүҙҙәрҙе шул тиклем йыш ишетә инем: улар һәммәһе лә бөтә ваҡ-төйәктәренә тиклем хәтеремә һеңеп ҡалдылар һәм миңә, гүйә үҙем дә күҙгә күрен­ мәйенсә генә, шунда булып ҡарап торғанмын һымаҡ тойола.

Атайым менән әсәйем Марья Ивановнаны, боронғо кешеләргә генә хас булғанса, яҡты йөҙ менән шатла­ нып ҡабул иткәндәр. Меҫкен етем ҡыҙҙы үҙҙәрендә тәрбиәләй һәм иркәләй алыуҙарына улар алланың рәхмәте тип ҡарағандар. Тиҙҙән улар Марья Иванов­ каға ысын күңелдән яҡын, үҙ булып киткәндәр, сөнки уны яҡындан белгәндән һуң яратмаҫҡа мөмкин түгел ине. Минең мөхәббәтем атайыма инде мәғәнәһеҙ ал­ йотлоҡ булып күренмәй башлаған; ә әсәйем үҙенең Петрушкаһының һөйкөмлө капитан ҡыҙына өйләнеүен генә теләгән.

Минең ҡулға алыныуым тураһындағы хәбәр бөтә семьямды хайран ҡалдырған. Марья Ивановна минең Пугачев менән булған сәйер танышлығым тураһында шундай ябай итеп һөйләгәнлектән, был танышлыҡ уларҙы тынысһыҙландырмаған ғына түгел, бәлки йыш ҡына саф күңелдән көлөргә лә мәжбүр иткән. Атайым минең тәхетте ҡолатыу һәм дворяндәр тоҡомон ҡырып бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйған бысраҡ бунтта ҡат­ наша алыуыма ышанырға теләмәгән. Ул Савельичтән дә ныҡлап һорау алған. Дядька бариненең Емелька Пугачевта ҡунаҡта булғанлығын һәм яуыздың уға 122
Закрыть