Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 121.

Мин һүҙемде нисек башлаған булһам, шул рәүешсә дауам итергә һәм Марья Ивановна менән булған бәй­ ләнешемде лә, бөтә башҡа нәмәләр кеүек итеп, ысын күңелдән аңлатып бирергә теләгәйнем. Ләкин ҡапыл үҙем еңә алмаҫлыҡ ерәнеү тойҙом. Әгәр уның исемен телгә алһам, ул сағында комиссия уны ла яуапҡа саҡыртыр, тигән уй башыма килде; уның исемен яуыз­ дарҙың бысраҡ ошаҡтары араһында буталдырыу һәм уның үҙен улар менән ҡапма-ҡаршы ҡуйып һөйләш­ тереү өсөн килтертеү уйы — был ҡот осҡос фекер мине шул тиклем аптыратты, мин ҡаушаным һәм буталып ҡалдым.

Минең яуаптарымды бер тиклем яратып тыңлай башлаған һымаҡ күренгән судьяларым, ҡаушап ҡа- лыуымды күреп, яңынан миңә ышанмаҫ булдылар. Гвардия офицере баш ошаҡсы менән мине ҡара-ҡар­ шы ҡуйып һорау алыуҙы талап итте. Генерал кисәге яуызды саҡырып килтерергә ҡушты. Мин, үҙемде ғә­ йепләүсенең күренеүен көтөп, тиҙ генә ишеккә табан боролдом. Бер нисә минут үтеүгә сынйырҙар шылты­ раны, ишек асылды, һәм Швабрин килеп керҙе. Уның үҙгәреүенә таң ҡалдым. Ул ҡот осорлоҡ булып ябыҡ­ ҡан һәм ағарғайны. Күптән түгел генә ыҫмала кеүек ҡара сәстәре бөтөнләй ағарған; оҙон һаҡалы ялбыр- ланғайны. Ул үҙенең ғәйепләүен көсһөҙ, ләкин ҡыйыу тауыш менән ҡабатланы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, мин Пугачев тарафынан Ырымбурға шпион итеп ебәрелгәнмен; ҡалала эшләнә торған бөтә нәмәләр тураһында яҙма хәбәрҙәр тапшырыу өсөн, көн һайын атышырға сыҡҡанмын; ахырҙа, ап-асыҡ рәүештә са- мозванецкә бирелеп, хыянатсы иптәштәремдең урын­ дарын биләү һәм самозванец тарафынан бирелә тор­ ған бүләктәрҙән файҙаланыу өсөн, уларҙы төрлөсә юлдар менән һәләк итергә тырышып, Пугачев менән бергә бер крепостән икенсе крепоскә барып йөрөгән­ мен. Уның һүҙҙәрен мин өндәшмәйенсә тыңланым һәм бер нәмәнән ҡәнәғәт булдым: был ерәнес яуыз Марья Ивановнаның исемен телгә алманы; үҙен Марья Ива­ новна ерәнеп кире ҡаҡҡанғамы, әллә мине өндәшмәй ҡалырға мәжбүр иткән тойғоноң сатҡылары уның кү­ ңелендә лә булғанмы, — нисек кенә булһа ла, ул Бело- 121
Закрыть