— Нисек була инде ул, — тине минән һорау алыу сы, — дворян һәм офицерҙең бер үҙенә генә самозва нец тарафынан мәрхәмәт күрһәтелгән, ә уның бөтә ип тәштәре яуыздарса үлтерелгәндәр? Нисек итеп ошо офицер һәм дворян фетнәселәр менән бергә дуҫтарса эсеп ултыра, баш яуыздан бүләктәр, тун, ат һәм илле тин аҡса ала? Был сәйер дуҫлыҡ нәмәнән килеп сыҡ ҡан һәм, әгәр хыянатҡа йәки, һис юғында, бысраҡ һәм енәйәтле ҡурҡаҡлыҡҡа нигеҙләнгән булмаһа, нәмәгә нигеҙләнгән?
Гвардия офицеренең һүҙҙәренән мин бик ныҡ хур ландым, һәм ярһый-ярһый үҙемдең ғәйепһеҙ булыуым- ды һөйләргә тотондом. Далала, буран ваҡытында,. Пугачев менән танышыуымдың нисек башланғанын; Белогорск крепосе алынған саҡта уның мине нисек та нығанын һәм мине үлтермәй ҡалдырғанын һөйләнем. Дөрөҫ, самозванецтән толоп менән ат алырға оялма ным; ләкин Белогорск крепосен, яуызға ҡаршы һуғы шып, һуңғы сиккә тиклем яҡланым, тинем мин. Ахыр килеп, мин үҙемдең генералым тураһында ла әйттем, Ырымбурҙың һәләкәтле ҡамау көндәрендә минең ты рышлығымды ул дөрөҫләй алыр, тинем.
Ҡаты күңелле ҡарт, өҫтәлдән асыҡ бер хaт алып, ҡысҡырып уҡый башланы: — «Быйылғы фетнәгә ҡатнашҡан һәм, хеҙмәт та рафынан рөхсәт ителмәгән, шулай уҡ ант итеп ү^ өҫтөнә алған бурысына ҡаршы килгән эш эшләгән — яуыз менән мөнәсәбәткә ингән имеш тип шикләнелгән прапорщик Гринев тураһында һеҙ ғали йәнәптең һо рауына түбәндәге аңлатманы биреүҙе үҙемә шәрәф тип иҫәпләйем: прапорщик Гринев Ырымбурҙа уҙған 1773 йылдың октябре башынан ошо йылдың 24 февра ленә тиклем хеҙмәттә булды, шул көндө ул ҡаланан сығып китте һәм шул ваҡыттан бирле инде минең командама килеп күренмәне. Ә ҡасып килеүселәрҙән ишетелеүенсә, ул Пугачев янында биҫтәлә булған һәм уның менән бергә элек үҙе хеҙмәт иткән урынға, Бело горск крепосенә барған икән. Уның үҙ-үҙен тотоуына килһәк инде, түбәндәгеләрҙе әйтә аламын...» Шул урында ул уҡыуынан туҡтаны һәм миңә ҡаты итеп: «Хәҙер инде үҙеңде аҡлар өсөн ни әйтерһең?» — тине.
120