югереп бара ла: «Мадам, же ву при \ водкю» — ти торғайны. Бына һиңә же ву при! Әйтеп тораһы ла юҡ: яҡшылыҡҡа өйрәтеп ҡалдырҙы, эт балаһы! Басур- манды дядька итеп ялласы әле, бариндең үҙ кешеләре юҡ, тиерһең!» Миңә оят ине. Мин икенсе яҡҡа боролдом һәм уға: «Савельич, сығып кит бынан; сәй эскем килмәй»,— тинем. Ләкин Савельич өгөтләргә керешһә, уны туҡ татыу бик еңел булмай торғайны. «Бына, күрәһеңме, Петр Андреич, типтереү нисек була. Баш та ауырта, ашағы ла килмәй. Эсә торған кеше бер нигә лә яраҡ һыҙ була ул... Бал менән тоҙло ҡыяр һыуын ҡатышты рып эсеп ебәр, ә бер ярты стакан настойка эсеп ай нығанда тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Килтертергә ҡушмайһыңмы?» Шул ваҡыт бер малай килеп инде һәм И. И. Зу- риндән миңә яҙыу тапшырҙы. Уны асып, түбәндәге һүҙҙәрҙе уҡыным: «һөйөклө Петр Андреич, кисә миңә отторған йөҙ. һум аҡсаны, рәхим итеп, минең малайыма биреп ебәр. Аҡсаға үтә мохтажмын.
Хеҙмәтегеҙгә әҙер тороусы Иван Зурин».
Бер ни эшләр хәл юҡ ине. Мин үҙемә бер ҙә иҫе китмәгән кеше ҡиәфәтен бирергә тырыштым һәм, аҡ самды ла, кейем-һалымды ла, эштәремде лә ҡараусы Савельичкә мөрәжәғәт итеп, малайға йөҙ һум аҡса би рергә ҡуштым. «Нисек? Ни өсөн?» — тип һораны ғә жәпләнгән Савельич. «Мин уға бурыслымын» — тинем мин мөмкин тиклем һалҡын ҡанлылыҡ менән. Савель ич һаман нығыраҡ ғәжәпләнә барып: — «Бурыслымын имеш! Ҡасан һуң һин, сударь, уға бурысҡа батырға өлгөрҙөң әле? Бында ниндәйҙер ярамаған нәмә бар. Ихтыярың, сударь, ә мин аҡса бирмәйем»,— тине.
Әгәр ошо хәл иткес минутта киреләнгән ҡартты бәхәсләшеп еңә алмаһам, ул сағында һуңынан уның опекаһынан ҡотолоу ҡыйын булыр, тип уйлап алдым һәм, уға эре генә ҡарап: «Мин һинең хужаң, ә һин минең хеҙмәтсем. Аҡса минеке. Мин ул аҡсаны оттор- * Мадам, же ву при, водкю (французса е воус прие) — ха ным, мин һеҙҙән араҡы һорайым, тигән һүҙ.
12