Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 119.

Эштең былай башланыуы миңә һис бер төрлө яҡ­ шылыҡ вәғәҙә итмәй ине. Шулай ҙа мин рухымды төшөрмәнем, өмөтөмдө өҙмәнем. Мин бөтә ҡайғылы кешеләрҙе тынысландыра торған сараға — ғибәҙәт ҡылырға тотондом һәм саф, ләкин әрнеүле, яралы йөрәктән урғылып сыҡҡан ғибәҙәттең ләззәтен ғүме­ ремдә тәүтапҡыр татып, үҙемдең алда ниҙәр күрәсә­ гем хаҡында хәсрәтләнмәйенсә, тынысланып йоҡоға талдым.

Иртәнсәк төрмә сторожы, мине уятып, комиссияға саҡырыуҙарын белдерҙе. Ике һалдат ишек алды арҡы­ ры мине комендант өйөнә алып килделәр һәм, алдағы бүлмәгә туҡталып, бер үҙемде эстәге бүлмәгә индереп ебәрҙеләр.

Мин ярайһы уҡ киң залға барып индем. Ҡағыҙҙар менән тулған өҫтәл артында ике кеше ултыра: береһе— тәү ҡарамаҡта ҡаты һәм һалҡын тәбиғәтле ҡарт гене­ рал һәм, икенсеһе, егерме һигеҙ йәштәр самаһындағы, бик яғымлы сырайлы, етеҙ хәрәкәтле, иркен мөғәмә­ ләле гвардия капитаны ине. Тәҙрә эргәһендәге айырым вҫтәл артында, ҡағыҙҙар өҫтөндә эйелеп, минең яуап­ тарымды яҙырға әҙерләнеп, ҡолаҡ артына ҡаурый ҡәләм ҡыҫтырған секретарь ултыра, һорау алыу баш­ ланды. Исемемде һәм званиемде һоранылар. Генерал минең Андрей Петрович Гриневтың улымы икәнле- темде белеште, һәм минең яуабыма ҡаршы ҡаты ғына итеп: «Ҡыҙғаныс, шундай хөрмәтле кешенең шундай насар улы бар!» — тине. Мин тыныс тауыш менән, миңә тағылған ғәйептәр ниндәй генә булһалар ҙа, саф күңелдән хәҡиҡәтте һөйләп биреү менән уларҙы юҡҡа сығарырға өмөт итәм, тип яуап бирҙем. Минең үҙ-үҙемә ышаныуым уға оҡшаманы, «һин, туған, үт­ кер телле икәнһең, — тине ул миңә, сырайын һытып, — ләкин беҙ һинән былайыраҡтарҙы ла күрҙек!» Шунан һуң йәш офицер минән, ниндәй хәлдәрҙә һәм ни ваҡытта Пугачевҡа хеҙмәткә индең һәм ул һине ниндәй эштәрҙә файҙаланды, тип һораны.

Мин асыу менән, офицер һәм дворянин булғанлыҡ­ тан, Пугачевҡа бер ниндәй ҙә хеҙмәткә инмәнем һәм унан һис бер эш ҡабул итә алманым, тип яуап бирҙем.

119
Закрыть