ихтимал, тағы ла бер нисә айға кисектереү мине ҡур ҡыта ине. Арба әҙер. Зурин минең менән дуҫтарса хушлашты. Мине арбаға ултырттылар. Минең менән бергә яланғас ҡылыс тотҡан ике гусар ҙа ултырҙы һәм мин оло юл буйлап киттем.
X IV глава СУД Ил һүҙе — Диңгеҙ тулҡыны.
М ә ҡ ә л .
Быларҙың бөтәһенә лә минең Ырымбурҙан үҙ белдегем менән китеүем сәбәп булғандыр, тип ышана инем. Минең еңел аҡланыуым мөмкин ине: һыбай сапҡын яһау бер ваҡытта ла тыйылмай ғына түгел, бәлки бөтә саралар менән хуплана ла ине. Тыңлауһыҙ булыуҙа түгел, ә артыҡ ҡыҙыу булыуҙа ғәйепләнеүем мөмкин ине минең. Ләкин минең Пугачев менән дуҫ лыҡ мөнәсәбәтемде күп кенә шаһиттәрҙең күрһәтеүе мөмкин һәм был мөнәсәбәттәр бик шикле булып күре нергә тейеш. Бөтә юл буйына буласаҡ һорау алыуҙар тураһында уйлап барҙым, үҙемдең яуаптарымды алдан уйланым һәм суд алдында дөрөҫлөктө генә һөйләргә ҡарар биреп, аҡланыуҙың был юлын иң ябай, ә шуның менән бергә иң өмөтлө юл тип таптым.
Яндырылып, туҙҙырылып бөткән Ҡаҙанға килеп еттем. Урамдарҙа йорттар урынында күмер өйөмдәре ята һәм ҡыйыҡһыҙ, тәҙрәһеҙ ыҫланған стеналар ғына һерәйеп торалар ине. Пугачев тарафынан ҡалдырыл ған эҙ бына шундай ине! Мине янған ҡала уртаһында иҫән ҡалған крепоскә алып килделәр. Гусарҙар мине ҡарауыл офицеренә тапшырҙылар. Ул тимерсене са ҡырырға ҡушты. Аяҡтарыма бығау кейҙерҙеләр һәм нығытып беркетеп ҡуйҙылар. Унан һуң мине, төрмәгә илтеп, тимер рәшәткә менән нығытылған бер генә бә ләкәй тәҙрәле, ҡоро стеналарҙан ғына торған, ҡараң ғы, ҡыҫыҡ бүлмәлә бер яңғыҙымды ҡалдырып китте ләр.
118