Ләкин шуның менән бергә ғәжәп бер тойғо шат^ лығымды ағыулай ине: шул тиклем күп ғәйепһеҙ кеше ләрҙең ҡанын түккән яуыз һәм уны көтә торған яҙа тураһындағы уй иркһеҙҙән мине борсой ине. «Емеля, Емеля!— тип уйланым мин, бик бошоноп. — Ниңә һин штыкка ҡаҙалманың йәки картечь аҫтына тура кил мәнең икән? һинең өсөн шунан да һәйбәтерәге булмаҫ ине бит». Ни эшләмәк кәрәк? Уның тураһындағы фе кер менән минең тормошомдоң иң ҡот осҡос минутын да уның миңә күрһәткән мәрхәмәте һәм һөйгән ҡыҙым ды әшәке Швабрин ҡулынан ҡотҡарыуы хаҡындағы фекер күңелемдә айырылғыһыҙ ине.
Зурин миңә отпуск бирҙе. Бер нисә көндән мин тағы ла үҙемдең семьям эсендә булырға, яңынан үҙемдең Марья Ивановнамды күрергә тейеш инем... Ләкин һис тә көтөлмәгән ҡурҡыныс хәбәр минең тор мошомдо ҡапыл сығырынан сығарҙы.
Юлға сығырға билдәләнгән көндө, нәҡ китергә әҙер ләнгән минутта ғына, ғәҙәттән тыш борсолған ҡиәфәт менән, ҡулына ҡағыҙ тотоп, өйгә, минең яныма, Зурин килеп инде. йөрәгемә нәмәлер ҡаҙалған кеүек булды. Ниңә икәнен үҙем дә белмәҫтән, ҡурҡып киттем. Ул минең денщигемде сығарып ебәрҙе лә миңә эш менән килгәнлеген әйтте. «Ни бар?» — тип һораным мин ты нысһыҙланып. «Бәләкәй генә күңелһеҙлек, — тине ул, ҡулындағы ҡағыҙҙы миңә биреп. — Уҡы, хәҙер генә алдым». Мин уҡый башланым: был — мин ҡайҙа ғына булһам да, шунда уҡ мине ҡулға алып, һис кисекмәҫтән һаҡ аҫтында Ҡаҙанға, Пугачев эше бу-* йынса төҙөлгән Тикшереү комиссияһына оҙатыу ту раһында барлыҡ айырым начальниктәргә яҙып ебә релгән йәшерен бойороҡ ине.
Ҡағыҙ саҡ ҡына ҡулымдан төшөп китмәне. «Бер ни эшләр хәл юҡ! — тине Зурин. — Бойороҡҡа буйһо ноу минең бурысым, һинең Пугачев менән булған дуҫтарса сәйәхәтең тураһындағы хәбәр нисектер хө күмәткә барып еткән, булһа кәрәк. Был эштен һис бер насар эҙемтәләре булмаҫ һәм һин комиссия алдында аҡланырһың, тип ышанам. Ҡайғырма һәм комиссия ҡарамағына кит». Минең выжданым таҙа ине; судтан ҡурҡмай инем мин; ләкин татлы күрешеү минутын* 117