Ләкин Пугачев тотолманы. Ул Себер заводтарына -барып сыҡты, унда яңы шайкалар йыйҙы һәм яңынан яуызлыҡ итә башланы. Уның уңыштары тураһындағы хәбәр яңынан таралды. Беҙ Себер заводтарының та- ланыуы тураһында ишеттек. Тиҙҙән Ҡаҙандың алы- ныуы һәм самозванецтең Мәскәүгә походы тураһында ғы хәбәр, фетнәсенең көсһөҙлөгөнә өмөт бәйләп, ғәм һеҙ йоҡлап ятҡан ғәскәр башлыҡтарын борсоуға һалды. Зурин Волга аръяғына сығырға бойороҡ алды һ Походыбыҙҙы һәм һуғыштың тамамланыуын яҙып тормайым, һәләкәтле хәлдең һуңғы сиккә етеүен ҡыҫ ҡаса ғына әйтәм. Беҙ фетнәселәр бөлдөрөп киткән ауылдар аша уҙҙыҡ һәм меҫкен халҡтың фетнәселәр ҙән һаҡлап ҡалырға өлгөргән һуңғы нәмәләрен дә тартып ала барҙыҡ. Идара эше һәр ерҙә туҡталған: ңомещиктәр урмандарға ҡасҡандар. Юлбаҫарҙар шайкалары һәр ерҙә яуызлыҡ итәләр; айырым отряд- тәрҙең начальниктәре үҙ; белдектәре менән язалайҙар һәм ғәфү итәләр; янғын, ҡоторонған киң крайҙың хәле ҡот осорлоҡ ине... Мәғәнәһеҙ һәм мәрхәмәтһеҙ рус бунтын алла күрһәтмәһен!
Иван Иванович Михельсон 2 тарафынан эҙәрләнгән Пугачев ҡасып барыуын дауам итте. Тиҙҙән беҙ Пуга чевтың бөтөнләй тар-мар ителеүен ишеттек. Ахырҙа Зурин, самозванецтең тотолоуы тураһында хәбәр менән бергә, үҙенә туҡтарға ҡушылған бойороҡ та алды. һуғыш тамамланғайны. Ниһайәт, миңә атайым менән әсәйем янына ҡайтырға мөмкинлек тыуҙы! Уларҙы ҡосаҡлап күрешеү, миңә һис бер хәбәре-хәтере булмаған Марья Ивановнаны күреү уйы күңелемде күтәреп, рухландырып ебәрҙ:е. Бала кеүек һикерендем мин, Зурин минән көлә һәм яурындарын йыйырғылап: «Юҡ, һиңә яҡшылыҡҡа түгел был! Әйләнеп, бер ҙә юҡҡа харап булырһың!»— тине.
; 1 Был китаптың аҙағында урынлаштырылған «төшөрөп ҡ ал дырылған бүлек» ошо урында булған. Пушкин уны үҙе төшөрөп ҡалдырған.
2 М и х е л ь с о н , И. И. (1740— 1807) — генерал, Пугачев баш күтәреүен иң ҡаты «тынысландырыусыларҙың» береһе. Пугачев Ҡаҙандан сигенеп киткәс, уны эҙләп барып, Царицынға (хәҙерге Сталинградҡа) яҡын урында, 1774 йылдың авгусында Михельсон уны бөтөнләйгә еңә.
116