мин шунда уҡ уның менән айырылыштым. Марья Ивановна илап ебәрҙе. «Хуш, Петр Андреич! — тине ул аҡрын ғына. — Беҙгә күрешергә тура килерме, юҡмы, уны бер алла ғына белә; ләкин һеҙҙе ғүмерем буйына онотмам; ҡәбергә тиклем йөрәгемдә һин бер үҙең генә ҡалырһың». Мин бер ни тип тә яуап бирә алманым. Беҙҙе кешеләр уратып алғайнылар. Улар алдында мин үҙемде тулҡынландырған хистәргә бире лергә теләмәнем. Ахырҙа ул китте. Мин, хәсрәтләнеп;, тынып ҡалған килеш, Зурин янына ҡайттым. Ул кү ңелемде асырға теләне; мин онотолорға теләнем: беҙ көндө шау-шыулы итеп, гөрләтеп үткәрҙек һәм кис ме нән походҡа сығып киттек.
Был хәл февраль аҙағында булды. Хәрби бойороҡ тарҙы үтәүҙе ҡыйынлаштырған ҡыш үтеп бара, һәм беҙҙең генералдарыбыҙ ҙа берҙәм хәрәкәткә әҙерләнә ләр ине. Пугачев һаман да Ырымбур янында тора ине әле. Ул арала уның тирә-яғындағы отрядтәр бергә ҡушылдылар һәм бөтә яҡтан яуыздың ояһына яҡын лаштылар. Бунтҡа ҡатышҡан ауылдар беҙҙең ғәскәр ҙе күреү менән буйһоналар; юлбаҫарҙарҙың шайкала ры һәр ерҙә беҙҙән ҡасалар; былар бөтәһе лә бола ның тиҙҙән һәм яҡшылыҡ менән тамамланасағын бел дерә ине.
Тиҙҙән князь Голицын1 Татищево крепосе янында Пугачев ғәскәрен тар-мар итте, уның төркөмдәрен таратып ебәрҙе, Ырымбурҙы азат итте һәм, шулай итеп, бунтҡа һуңғы хәл иткес удар яһаны кеүек булды. Был ваҡытта Зурин фетнәсе башҡорттар шайҡаһына ҡаршы ебәрелгәйне; башҡорттар беҙҙең күҙгә күрен гәнсе үк таралып китәләр ине. Яҙ беҙҙе бәләкәй бер татар ауылында туҡтарға мәжбүр итте. йылғалар та шып ярҙарынан сыҡты һәм юлдар йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килде. Беҙ, үҙебеҙҙең хәрәкәтһеҙ ятҡан сағы быҙҙа, юлбаҫарҙар һәм ҡырағайҙар менән булған күңелһеҙ һәм ваҡ һуғыш тиҙҙән туҡталасаҡ, тигән фекер менән күңел йыуата инек.
1 Г о л и ц ы н — генерал. Ҡазан-Ырымбур районында Пуга чевҡа ҡаршы һуғышҡан ғәскәрҙәрҙең командире.
8* 115