кәләп һәм ысынын ғына һөйләп күндерергә уйланым. «Дуҫым, Архип Савельич! — тинем мин уға.— Үтене семде кире ҡаҡма, миңә бер яҡшылыҡ итсе; бында мин хеҙмәтсегә мохтаж булмам, ә инде Марья Ива новна һинән башҡа юлға сыҡһа, мин тыныс булмая саҡмын. Уға хеҙмәт итеп, һин миңә лә хеҙмәт итәһең,. сөнки мин, мөмкинлек булғас та, уға өйләнергә ныҡ лап ҡарар биргәнмен».
Шул саҡ Савельич тасуир итә алмаҫлыҡ бер ғә жәпләнгән ҡиәфәт менән ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. «Өйләнергә!— тип ҡабатланы ул. — Балаҡай өйлә нергә теләй! Ә атаҡайың ни әйтер, ә әсәкәй ни уйлар?»' — Марья Ивановнаны белгәс,— тинем мин,— риза булырҙар, ысынлап та риза буласаҡтар. Мин һинән дә ярҙам өмөт итәм. Атайым менән әсәйем һиңә ыша налар: һин беҙҙең өсөн димсе булырһың, шулай тү гелме ни?
Ҡарт йомшарып китте. «Их, атаҡайым минең,. Петр Андреич! — тине ул. — Өйләнергә иртәрәк уйла ғанһың икән дә, ләкин Марья Ивановна шундай яҡшы күңелле туташ, ыңғай хәлде ҡулдан ысҡындырыу ҙа яҙыҡ булыр. Әйҙә һинеңсә булһын! Уны, хоҙайҙың фәрештәһен, оҙата барырмын, һәм атайың менән әсә- йеңә, шундай кәләшкә бирнә лә кәрәкмәй тип, түбән селек менән ҡолдарса баш эйеп һөйләп бирермен».
Савельичкә рәхмәт әйттем һәм Зурин менән бер бүлмәлә йоҡларға яттым. Ҡыҙып һәм хискә бирелеп, таҡылдарға тотондом. Зурин тәүҙә минең менән бик теләп һөйләште; ләкин аҡрынлап уның һүҙҙәре һирәк- ләнә һәм бәйләнешһеҙ була барҙы; ахырҙа ниндәй ҙер бер һорауға яуап бирәһе урынға ул, ғырылдап* танауын һыҙғыртып ебәрҙе. Мин дә тынып ҡалдым һәм тиҙҙән уның һымаҡ уҡ йоҡлап киткәнмен.
Икенсе көндө иртәнсәк Марья Ивановна янына барҙым. Мин уға үҙемдең ни эшләргә уйлағанымды һөйләнем. Ул минең уйҙарымды аҡылға ярашлы тип тапты һәм шунда уҡ минең фекерем менән ризалашты. Зуриндең отряде ҡаланан шул көндә үк китергә те йеш ине. Эште һуҙып тороуҙың кәрәге юҡ ине. Марья Ивановнаны Савельичкә тапшырып һәм атайым ме нән әсәйемә яҙылған хатты Марья Ивановнаға биреп* 114