Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 113.

— Нисек! Миңә хәҙер генә һинең турала әйттеләр­ ме ни әле? Ғәфү ит! Был ни тигән һүҙ?

— һуңынан бөтәһен дә һөйләрмен. Ә хәҙер, алла хаҡы өсөн, меҫкен ҡыҙҙы тынысландыр, һинең гусар­ ҙарың уны бик ҡурҡыттылар.

Зурин шунда уҡ бойороҡ бирҙе. Иркһеҙҙән килеп сыҡҡан аңлашылмаусылыҡ өсөн Марья Ивановна ал­ дында ғәфү үтенергә ул үҙе урамға сыҡты һәм вах- мистргә уны ҡалалағы иң яҡшы квартираға урын­ лаштырырға ҡушты. Мин Зурин янында ҡунырға ҡалдым.

Беҙ киске аш ашаныҡ, һәм, икебеҙ генә тороп ҡал­ ғас, уға башымдан үткән хәлдәрҙе һөйләнем. Зурин мине ҙур иғтибар менән тыңланы. Мин һөйләп бөт­ кәс, ул башын сайҡаны ла: «Былар бөтәһе лә яҡшы, туған; ләкин шуныһы насар: ниндәй шайтан һине өй­ ләнергә ҡотортто? Мин, намыҫлы офицер, һине ал­ дарға теләмәйем: ышан һин миңә, өйләнеү — алйот­ лоҡ ул. йә, муйыныңа ҡатын тағыу һәм бала-саға аҫырау һиңә ниңә кәрәк? Әй, төкөр! Мине тыңла: таш­ ла шул капитан ҡыҙын. Сембер юлын мин таҙарттым һәм юлда йөрөү ҡурҡынысһыҙ. Иртәгә үк уның бер үҙен атайыңдарға ебәр; ә үҙең минең отрядемдә ҡал. Ырымбурға ҡайтыуҙың һиңә кәрәге юҡ. Тағы фетнә­ селәр ҡулына эләгерһең, уларҙан тағы бер тапҡыр ҡотолоп китеүең бик шикле. Шулай итеп, мөхәббәт алйотлоғо үҙенән-үҙе үтеп китер һәм бөтәһе лә ал да гөл булыр».

Уның менән бөтөнләй үк килешеп етмәһәм дә, шу­ лай ҙа намыҫ бурысы минең императрица ғәскәрендә булыуымды талап иткәнлеген аңланым. Мин Зурин- дең кәңәшен тоторға: Марья Ивановнаны ауылға ебә­ рергә һәм үҙем Зуриндең отрядендә ҡалырға ҡарар бирҙем.

Савельич мине сисендерергә инде, мин уға иртәгә үк уның Марья Ивановна менән бергә юлға сығырға әҙер булырға тейешлеген әйттем. Савельич: «Ул ни эшең, сударь? Мин һине нисек ҡалдырып китәйем? Кем һине ҡарап йөрөр? Атайың менән әсәйең ни тип әйтерҙәр?» — тип киреләнеп маташты.

Дядькамдың кирелеген белгәнгә күрә, мин уны ир- g Капитан ҡыҙы 113
Закрыть