— Был ни тигән һүҙ? — тип ҡысҡырҙым мин, яр һып.— Әллә ул аҡылынан яҙғанмы?
— Белә алмайым, ваше благородие,— тине вах мистр.— Ләкин его высокоблагородие ваше благоро- диене төрмәгә илтергә, ә ее благородиене его высоко- благородиегэ алып килергә генә бойорҙо, ваше благо родие!
Мин күтәрмәгә югереп мендем. Ҡарауылда торған һалдаттар мине тоторға уйламанылар һәм мин туп- тура гусар офицерҙәренән алты кеше банк уйнап ул тырған бүлмәгә югереп барып керҙем. Майор кәрт та рата ине. Уға ҡарау менән, ҡасандыр Сембер трак- тирендә минең аҡсамды отҡан Иван Иванович Зурин- де танығас, минең ғәжәпләнеүемдең иге-сиге булманы!
— Был ниндәй хәл? — тип ҡысҡырҙым мин.— Иван Иваныч! һинме был?
— Ба-ба-ба, Петр Андреич! Ниндәй яҙмыш менән? һин ҡайҙан? һаумы, туған. Кәрт уйнарға теләмәй һеңме?
— Рәхмәт. Мине квартираға илтергә ҡушһаң яҡ шыраҡ булыр ине.
— Һиңә ниндәй квартира? Миндә генә ҡал.
— Булмай: мин бер үҙем түгел.
— Улай булғас, иптәшеңде лә бында алып кил.
— Мин иптәш менән түгел; мин... дама менән.
— Дама менән! һин уны ҡайҙа эләктерҙең? Әһә, туған! (Шул һүҙҙәрҙе әйткәндә Зурин шундай мәғә нәле итеп һыҙғырҙы, бөтә кешеләр шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр, ә мин бөтөнләй уңайһыҙланып ҡалдым.) — Ярай,— тине Зурин,— һинеңсә булһын, һиңә квартира булыр. Ә ҡыҙғаныс... Беҙ элеккесә типтерер инек... һәй, егет! Ниңә Пугачевтың ҡоҙасаһын бында алып килмәйҙәр әле? Әллә ул ҡарышамы? Әйтегеҙ уға, ҡурҡмаһын! Барин һылыу кеше; бер нисек тә йәбер ләмәҫ, тип әйтегеҙ һәм, һәйбәтләп кенә елкәһенә берҙе ҡундырығыҙ.
— һин ни һөйләйһең? — тинем мин Зурингә.— Ул ниндәй Пугачев ҡоҙасаһы булһын? Ул мәрхүм капитан Мироновтың ҡыҙы. Мин уны плендән ҡотҡарып алып киләм, хәҙер уны атайым ауылына оҙата барам һәм шунда ҡалдырасаҡмын.
112