Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 111.

леп еткәнлегебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Был крепость тә шулай уҡ Пугачев ҡул аҫтында ине. Беҙ бында аттарҙы алыштырҙыҡ. Аттарҙы шундай тиҙ егеүҙәре­ нә, Пугачев тарафынан комендант итеп ҡуйылған һа­ ҡаллы казактың ярамһаҡланып югереп йөрөүенә ҡ а­ рап, беҙҙе алып килгән ямщиктең күп һүҙлелеге арҡаһында, мине придворный временщик 1 итеп ҡабул иткәндәрен аңлап алдым.

Беҙ үҙ юлыбыҙ менән ары киттек. Ҡараңғы төшә 6'ашланы. Беҙ бер бәләкәй ҡалаға яҡынлаштыҡ, һ а ­ ҡаллы коменданттың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында са- мозванецкә ҡушылырға бара торған көслө бер отряд булырға тейеш ине. Ҡарауылға ҡуйылған һалдаттар беҙҙе туҡтаттылар. Кем килә? — тигән һорауға, ям­ щик көслө тауыш менән: «Батшаның ҡоҙаһы үҙенең бисәһе менән килә» — тип яуап бирҙе. Ҡапыл гусар­ ҙар яман һүгенеүҙәр менән беҙҙе ҡамап алдылар. «Сыҡ әле, шайтан ҡоҙаһы! — тине миңә, мыйыҡлы бер вахмистр 2.— Үҙеңде лә, 'бисәңде лә мунса сабынды­ райыҡ әле!» Мин кибитканан сыҡтым һәм мине үҙҙәренең на- чальниктәренә алып барыуҙарын талап иттем. Офи- церҙе күргәс, һалдаттар һүгенеүҙән туҡтанылар. Вах­ мистр мине майорға алып китте. Савельич үҙалдына: «Бына һиңә батшаның ҡоҙаһы! Уттан ҡотол да ял­ ҡынға барып кер... И раббым! Былар ни менән бөтөр икән?» — тип һөйләнә-һөйләнә минең арттан эйәрҙе. Кибитка ла аҡрын ғына беҙҙең арттан килә ине.

Биш минут үтеүгә беҙ яп-яҡты итеп яҡтыртылған бәләкәй бер өйгә килеп еттек. Вахмистр, мине ҡара­ уыл янында ҡалдырып, минең хаҡымда әйтергә инеп китте. Ул шунда уҡ боролоп сыҡты һәм мине ҡабул итергә его высокоблагородиенең ваҡыты юҡлығын, шунлыҡтан, мине төрмәгә оҙатып, батша ҡоҙаһының ҡатынын үҙ янына индерергә ҡушҡанлығын әйтте.

1 П р и д в о р н ы й в, р е м е н щ и к — батшаға йәки батша ҡатынына яҡындан таныш булыуы арҡаһында государствола власле һәм ваҡытлыса юғары урын тотҡан кеше.

3 В а х м и с т р — батша армияһында кавалериялағы унтер- офицер.

Ш
Закрыть