Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 108.

Ивановнаның нисек илағанлығын һәм уларҙан айыры­ лырға теләмәгәнлеген; Марья Ивановнаның нисек Палашка (урядникте лә үҙенең ҡумыҙына бейеткән ул егәрле ҡыҙ) аша уның менән һәр ваҡыт хәбәрлә­ шеп торғанлығын; Марья Ивановнаға нисек миңә хaт яҙырға кәңәш биргәнлеген һөйләне. Мин дә, үҙ нәүбә­ темдә, уға ҡыҫҡаса ғына үҙемдең башымдан үткән хәлдәрҙе һөйләп бирҙем. Үҙҙәренең ялғандары Пуга­ чевҡа билдәле булғанын ишетеп поп та, ҡатыны ла суҡынып алдылар. «Изге көс беҙҙең менән!— тине Акулина Памфиловна.— Ҡара болотто алла беҙҙән ситкә ебәрһен. Ай-яй, Алексей Иваныч; әйтеп тораһы ла юҡ: ниндәй насар кеше икән!» Нәҡ шул минутта ишек асылып китте, һәм, ҡыуарған йөҙлө Марья Ива­ новна йылмайып килеп инде. Ул үҙенең крәҫтиән ҡыҙы. кейемен һалған һәм элеккесә ябай һәм һөйкөмлө итеп кейенгәйне.

Мин уның ҡулынан тотоп алдым һәм оҙаҡ ҡына бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙом. Шатлыҡтан икебеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Хужаларыбыҙ, беҙҙә улар ҡайғыһы юҡ икәнен һиҙеп, беҙҙе ҡадырып сығып киттеләр. Беҙ икебеҙ генә тороп ҡалдыҡ. Бөтә нәмә онотолдо. Беҙ һөйләштек, һөйләштек, һөйләшеп туя алманыҡ. хМарья Ивановна миңә, крепость алынған көндән башлап, үҙ башынан нәмәләр кисергәнен бөтәһен дә һөйләне; үҙе­ нең бөтә ҡот осҡос хәлен, ҡәбәхәт Швабрин күрһәткән, бөтә ғазаптарҙы тасуир итте. Беҙ элекке бәхетле ва­ ҡыттарҙы ла иҫкә төшөрҙөк... Икебеҙ ҙә илаштыҡ... Ахырҙа мин уға үҙемдең ни эшләргә уйлағанымды: аңлата башланым. Уға Пугачев ҡул аҫтында булған һәм Швабрин тарафынан идара ителә торған крепостә ҡалыу мөмкин түгел ине. Ҡамау хәленең бөтә бәлә­ ләрен кисергән Ырымбур тураһында ла уйларға яра­ май. Донъяла уның бер генә туған кешеһе лә юҡ ине. Мин уға ауылға атайым менән әсәйем янына ҡайтыр­ ға тәҡдим иттем. Тәүҙә ул икеләнде: атайымдың уға билдәле булған кире ҡарашы уны ҡурҡыта ине. Мин? уны тынысландырҙым. Ватан өсөн һәләк булған, хөр­ мәткә лайыҡлы һуғышсының ҡыҙын йортона ҡабул итеүҙе атайымдың бәхет тип һанаясағын һәм уны үҙе­ нең бурысы тип ҡараясағын мин белә инем. «һөйәк- 108
Закрыть