Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 107.

беҙ, һин ҡайҙа ғына булһаң да, һин ниндәй генә хәлгә ҡалһаң да, һинең ғөнаһлы йәнеңде ҡотҡарыуын һорап, һәр көн аллаға доға ҡылырбыҙ...

Пугачевтың ҡаты күңеле йомшарған һымаҡ булды, «һинеңсә булһын! — тине ул. — Үлтергәс — үлтерергә, ғәфү иткәс — ғәфү итергә кәрәк: минең ғәҙәтем шулай, һылыуыңды үҙеңә ал; уны ҡайҙа теләһәң шун­ да алып кит. Алла һеҙгә мөхәббәт һәм татыулыҡ бир­ һен!» Шунда ул Швабрингә ҡарай боролдо һәм үҙенә буйһонған бөтә заставаларҙы һәм крепостәрҙе үтеү өсөн миңә пропуск бирергә ҡушты. Тамам еңелгән Швабрин бағана кеүек ҡатып тора ине. Пугачев, Шва­ брин менән бергә, крепосте ҡарарға китте; ә мин юлға әҙерләнеү һылтауы менән тороп ҡалдым.

Марья Ивановна бүлмәһенә югерҙем. Ишек бикле ине. Шаҡылдаттым. «Кем бар?» — тип һораны Пала­ ша. Мин исемемде әйттем. Бүлмә эсенән Марья Ива- новнаның яғымлы тауышы ишетелде: «Сабыр итегеҙ, Петр Андреич. Мин кейемемде генә алыштырам. Акулина Памфиловналарға бара тороғоҙ, мин дә хә­ ҙер шунда барам».

Мин буйһондом һәм отец Герасимдәр өйөнә киттем. Отең Герасим үҙе лә, ҡатыны ла миңә ҡаршы югереп сыҡтылар. Савельич минең килеүемде уларға хәбәр иткән булған, «һаумыһығыҙ, Петр Андреич, — тине поп ҡатыны. — Алла тағы ла күрешергә насип иткән икән. Нисек йәшәйһегеҙ? Ә беҙ һеҙҙе һәр көн хәтергә ала торғайныҡ. Ә Марья Ивановна, күгәрсенкәйем, һеҙ юғында ниҙәр генә күрмәне!.. Әйтегеҙсе, атаҡайым, һеҙ нисек Пугачев менән эште яйланығыҙ! Нисек ул һеҙҙе теге донъяға ебәрмәне? Ярай инде, шуныһы өсөн дә яуызға рәхмәт». — «Ҡуйсы, ҡарсыҡ, — отең Герасим уны бүлдерҙе. — Белгәнеңдең бөтәһен дә та­ ҡылдамай тор! Күп һүҙҙең файҙаһы юҡ. Атаҡайым, Петр Андреич! Инегеҙ, рәхим итегеҙ. Күрешмәгәнгә бик күп булды бит».

Поп ҡатыны мине хазинаһында булғаны менән һыйлай башланы. Ә үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләүендә булды. Ул миңә Швабриндең Марья Ивановнаны үҙе­ нә бирергә уларҙы нисек мәжбүр иткәнлеген; Марья 107
Закрыть