Швабрин кеҫәләренән асҡыс эҙләй башланы һәм асҡысты үҙе менән алмағанлығын әйтте. Пугачев ишеккә аяғы менән типте, — йоҙаҡ атылып китте: ишек асылды, һәм беҙ бүлмәгә индек.
Мин күреүем менән ҡатып ҡалдым. Йыртылып бөткән крәҫтиән ҡыҙы күлдәге кейгән, төҫө ҡасҡан, ябыҡҡан, сәстәре туҙ|ған Марья Ивановна иҙәндә ул тыра ине. Уның алдында бер һыныҡ икмәк менән ҡап лап ҡуйылған бер көршәк һыу тора. Мине күргәс, ул һиҫкәнеп китте һәм ҡысҡырып ебәрҙе. Шул саҡта ми ңә ни булғандыр — хәтерләмәйем.
Пугачев Швабрингә ҡараны һәм әсе йылмайып: «Лазаретең шәп икән һинең!» — тине. Шунан һуң, Марья Ивановна эргәһенә барып: «Әйт миңә, күгәр сенем, ирең һине ниңә язалай? Уның алдында һинең ни ғәйебең бар?» — тине.
— Минең ирем!— тип ҡабатланы Марья Иванов на. — Ул минең ирем түгел. Мин бер ваҡытта ла уның ҡатыны буласаҡ тугелмен! Мин үлеүҙе артығыраҡ тип таптым һәм, әгәр ҡотҡармаһалар, үләсәкмен дә.
Пугачев Швабрингә асыу менән ҡараны: «һин нисек мине алдарға баҙнат иттең! — тине ул. — Белә һеңме, эшлекһеҙ, был эшең өсөн һиңә ниндәй яза би релергә тейеш?» Швабрин уның алдында теҙләнде... Был минутта минең унан ерәнеүем күңелемдәге бөтә нәфрәт һәм асыу хистәремде томаланы. Ҡасҡын казак аяғы аҫ тында аунап ятыусы дворянгә ерәнеп ҡараным мин. Пугачев йомшарҙы. «Был юлы һине ғәфү итәм, — тине ул Швабрингә, — ләкин, бел, беренсе ғәйебең беленеү менән һиңә быныһы ла хәтерләтелер». Шунан һуң ул Марья Ивановнаға мөрәжәғәт итте һәм уға иркәләү тауышы менән: — «Бар, сыҡ, һылыу ҡыҙ; һиңә ирк бүләк итәм. Мин — батша»,— тине.
Марья Ивановна йылдам ғына уға ҡарап алды һәм үҙенең алдында атаһы менән әсәһен үлтергән кеше торғанын аңланы. Ул, ике ҡулы менән битен ҡапланы ла, һушын юйып, йығылды. Мин уға ташлан дым, ләкин шул минутта бүлмәгә ҡыйыу рәүештә миңә күптән таныш булған Палаша килеп керҙе һәм үҙенең туташына ярҙам итә башланы. Пугачев бүл- 105