һаман да элеүле юра. Пугачев элек Иван Кузмич ултыра торған диванға ултырҙы. Иван Кузмич, был диванға ултырып, ҡатынының мыжып лығырҙауын тың- лай-тыңлай йоҡомһорап китә торғайны. Швабрин Пугачевҡа араҡыны үҙе килтерҙе. Пугачев бер рюмка эсте лә, миңә күрһәтеп: «Его благородиене лә һый ла», — тине. Швабрин үҙенең батмусы менән минең яныма килде; ләкин мин икенсе тапҡыр уға артым менән боролдом. Ул үҙ-үҙен белештермәйенсә йөрөгән һымаҡ ине. Үҙенең ғәҙәттәге һиҙгерлеге менән, ул, әл биттә, Пугачевтың унан риза түгеллеген һиҙеп алды. Ул Пугачевтан ҡурҡа, ә миңә ышанмай ҡарап-ҡарап ала. Пугачев крепость хәлдәре тураһында, дошман ғәскәре хаҡында ишетелгән хәбәрҙәр һәм шуға оҡ шашлы нәмәләр тураһында белеште, һәм көтмәгәндә генә унан: «Әйт әле, туғанҡай, ниндәй ҡыҙҙы һин үҙең дә ябып аҫырайһың? Күрһәт әле миңә уны», — тине.
Швабрин үлек кеүек ағарынды. — «Государь,— тине ул ҡалтыранған тауыш менән. — Государь, мин ябып аҫырамайым, ул ауырыу... ул сарҙаҡта ята».
— Мине уның янына алып бар,— тине самозванец, урынынан ҡуҙғалып. Һылтау эҙләп торорға мөмкин түгел ине. Швабрин Пугачевты Марья Ивановна бүл мәһенә алып китте. Мин дә улар артынан эйәрҙем.
Швабрин баҫҡыста туҡтаны. «Государь!— тине ул. — Ни теләһәгеҙ шуны талап итеү һеҙҙең иркегеҙҙә; ләкин сит кешегә ҡатынымдың йоҡо бүлмәһенә инер гә ҡушмағыҙ».
Мин ҡалтыранып киттем. Швабринде өҙгәләп таш ларға әҙерләнеп: «һин өйләндеңме ни!» — тинем.
— Шауламағыҙ! — Пугачев мине бүлдерҙе. — Уныһы минең эш. Ә һин, —тине ул, Швабрингә мөрә жәғәт итеп, — аҡыл һатма һәм борғоланма: ҡатынмы ул һиңә, ҡатын түгелме, ә мин уның янына теләгән кешемде алып барам. Ваше благородие, минең артым дан бар.
Бүлмә ишеге төбөндә Швабрин тағы туҡтаны һәм өҙөк тауыш менән: «Государь, һеҙгә алдан уҡ әйтеп ҡуям, ул бик ҡаты ауырып ята һәм, өсөнсө тәүлек инде, бер туҡтауһыҙ һаташа» — тине.
— Ас! — тине Пугачев.
104