лым бәхетле булды. Ваҡыт ҡына бир, Мәскәү өҫтөнә барғанда улай ғына ла булырмы әле.
— Ә һин Мәскәү өҫтөнә барырға уйлайһыңмы?
Самозванец бер аҙ уйланып торҙо ла аҡрын тауыш менән: — Алла белһен, урамым тар минең; миңә ирк етмәй. Егеттәрем аҡыллы башланып маташалар. Ал даҡсылар улар. Ҡолаҡты һаҡ тоторға кәрәк миңә; беренсе уңышһыҙлыҡҡа осрау менән үк улар, минең башымды биреп, үҙ муйындарын ҡотҡарасаҡтар.
— Шул-шул!— тинем мин Пугачевҡа. — Шундай ваҡыт етмәҫ борон, уларҙан үҙең айырылып, госуда- рынянең мәрхәмәтенә бирелеү яҡшыраҡ түгелме һиңә?
Пугачев әсе йылмайҙы. «Юҡ, — тине ул, — миңә тәүбә итергә һуң инде. Минең өсөн шәфҡәт булмаясаҡ. Нисек башлаған булһам, шулай дауам итәсәкмен. Ҡайҙан беләһең? Бәлки, барып та сығыр! Гришка Отрепьев Мәскәүҙә батшалыҡ иткән бит».
— Ә һин уның батша булыуының аҙағы нисек бу лып бөткәнен беләһеңме? Уны тәҙрәнән ырғытҡандар, тураҡлап яндырғандар, көлө менән туп ҡороп атҡан дар!
— Тыңла әле, — тине Пугачев, ниндәйҙер ҡырағай бер рухланыу менән. — һиңә бер әкиәт һөйләйем, уны миңә бала сағымда бер ҡалмыҡ ҡарсығы һөйләгәйне. Бер ваҡыт бөркөт ҡоҙғондан: «Әйт әле, ҡоҙғон-ҡош, нилектән һин был яҡты донъяла өс йөҙ йыл йәшәйһең, ә мин ни бары утыҙ өс йыл ғына йәшәйем?» — тип һо раған, ти. «Бына нилектән, атаҡай: һин тере ҡан әсә һең, ә мин емтек менән туйынам», — ти икән ҡоҙғон. Бөркөт шул саҡ: әйҙә беҙ ҙә шуның менән туйынып ҡарайыҡ әле тип уйлаған, ти. Яҡшы. Бөркөт менән ҡоҙғон осоп китә. Бына улар бер ат үләкһәһе күрә ләр; түбән төшөп, барып ҡуналар. Ҡоҙғон суҡып ала ла маҡтай, суҡып ала ла маҡтай. Бөркөт бер суҡый, ике суҡый, шунан һуң ҡанаттарын елпеп ебәрә лә ҡоҙғонға: «Юҡ, ҡоҙғон туған; өс йөҙ йыл буйы емтек ашап туйынғансы, бер тапҡыр тере ҡан эсеү яҡшыраҡ, аръяғында алла ҡушҡаны булыр!» ти, — йә, ҡалмыҡ әкиәте нисегерәк?
102