Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 101.

— һуң нисек? — тип һораны Пугачев. — Бик ҡур­ ҡынысмы?

Бер тапҡыр инде уның тарафынан ғәфү ителгәс, хәҙер унан мәрхәмәт көтөү генә түгел, хатта ярҙам да өмөт иткәнлегемде әйттем.

— һәм һин хаҡлыһың, билләһи хаҡлыһың!— ти­ не Пугачев. — Минең егеттәремдең һиңә нисек ҡырын ҡарағандарын күрҙең бит; ә ҡарт бөгөн дә, ул шпион, уны язалап һорау алырға һәм аҫырға кәрәк, тип ныҡышты,— тип өҫтәне ул, Савельич менән татар ишетмәһендәр өсөн тауышын аҡрынайтып. — Ләкин, һинең бер стакан араҡыңды һәм ҡуян толобоңдо иҫкә төшөрөп, мин риза булманым. Күрәһең, мин һеҙҙең кешеләр һөйләгән тиклем үк ҡанескес түгел әле.

Мин Белогорск крепосенең алыныуын хәтерләнем; ләкин уның менән бәхәсләшеүҙе кәрәкле тип тапма­ ным, һәм бер һүҙ менән да яуап ҡайтарманым.

— Ырымбурҙа минең турала ни һөйләйҙәр? — тип һораны Пугачев, бер аҙ өндәшмәй барғас.

— һинең менән бутҡа бешереү ҡыйыныраҡ тип һөйләйҙәр; әйтеп тораһы ла юҡ: таныттың һин үҙеңде.

Самозванецтең йөҙөнә үҙен яратыу ҡәнәғәтлеге сыҡты, «Эйе! — тине ул күңелле ҡиәфәт менән. — Мин шәп Һуғышам, һеҙҙең Ырымбурҙа Юзеева 1 эргә­ һендәге һуғыш тураһында беләләрме һуң? Ҡырҡ ена- рал үлтерелде, дүрт армия плен алынды, һин нисек уйлайһың: Пруссия короле минең менән тартыша алыр инеме?» Юлбаҫарҙың маҡтансыҡлығы миңә мәҙәк тойолдо. «Үҙең нисек уйлайһың һуң һин? — тинем мин у ға.— Фридерикте 2 еңә алыр инеңме?» — Федор Федоровичтеме? Ни эшләп еңә ал­ майым, ти? һеҙҙең енаралдарығыҙҙы мин еңәм бит, ә улар уны туҡмаштырғыланылар. Бығаса минең ҡора­ 1 Ю з е е в а — Ырымбурҙан йөҙ егерме саҡрымдағы ауыл. 1773 йылдың 9 ноябрендә Пугачев ғәскәрҙәре был ауыл эргәһен­ дәге һуғышта Ырымбурҙа ҡамалған ғәскәрҙәргә ярҙамға ебә­ релгән хөкүмәт ғәскәрҙәрен тар-мар итәләр.

2 Ф р и д е р и к — Фридрих II, Пруссияның «бөйөк» тип атал­ ған короле (1740— 1786), Фридрих I-нең улы (шуға күрә Пугачев уны Федор Федорович тип исемләй).

101
Закрыть