чев. — Алла беҙҙе тағы ла күрештерҙе бит. Ярай, ки битка алдына ултыр».
— Рәхмәт, государь, рәхмәт, туған атай! — тине Савельич, санаға ултыра-ултыра.— Мин ҡартты ҡ а нат аҫтына алып тынысландырғаның өсөн, алла һиңә йөҙ йыл ғүмер бирһен. Ғүмерем буйы һиңә доға ҡы лырмын, ә ҡуян толоп тураһында инде телгә лә алмам.
Был ҡуян толоп, ахыр сиктә, Пугачевты ысынлап асыуландырыуы мөмкин ине. Бәхеткә ҡаршы, самоз ванец әллә ишетмәне, әллә урынһыҙ һүҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Аттар сабып киттеләр; урамдағы халҡ, туҡтап, бил бөгөп, сәләм биреп ҡалды. Пугачев яҡ- яғына ҡарап уларға баш эйә ине. Бер минут үтеүгә беҙ биҫтәнән сыҡтыҡ һәм тигеҙ юл буйлап бик ҡаты саптырып киттек.
Минең был минутта ниндәй хискә бирелеүемде күҙ алдына килтереүе бик еңел. Бер нисә сәғәттән һуң мин үҙем өсөн инде юғалған тип иҫәпләгән кешене күрергә тейеш инем. Үҙебеҙҙең ҡауышыу минутын күҙ алдыма килтерҙем... Шулай уҡ мин яҙмышымды ҡу лында тотҡан һәм хәлдәрҙең сәйер тура килеше ар ҡаһында серле рәүештә миңә бәйләнгән кеше тура һында ла уйланым, һөйөклөмдө ҡотҡарыусы булырға үҙе теләгән кешенең дыуамал ҡатылығы, ҡанескес ғәҙәттәре тураһында хәтерләнем! Ул Марья Иванов- наның капитан Миронов ҡыҙы икәнен белмәй; асыуы килгән Швабриндең уға бөтә нәмәне асып биреүе мөм кин ине; Пугачевтың дөрөҫлөктө башҡаса ла белеү их тималы бар ине... Ул саҡта Марья Ивановна менән ни булыр? Минең тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте һәм сәстәрем үрә торҙо...
Ҡапыл Пугачев, һорау менән миңә мөрәжәғәт итеп, уйҙарымды бүлдерҙе: — Нәмә тураһында уйға сумдың, ваше благо родие?
— Нисек уйға суммаҫһың,— тинем мин уға.— Мин офицер һәм дворянин; кисә генә һиңә ҡаршы һуғыш тым, ә бөгөн һинең менән бер кибиткала ултырып барам, һәм минең бөтә тормошомдоң бәхете һинең ҡулыңда.
10G