ным. Уйын дауам иткән һайын, имгәкләп йөрөү йышая барын, ахырҙа маркер биллиард аҫтына ингән килеш ҡалды. Барин уның өҫтөнә ҡарап, ҡәбер өҫтөндә һөй ләнә торған һүҙҙәр һымаҡ иттереп бер нисә һүҙ әйтте лә, миңә бер партия уйнарға тәҡдим итте. Уйнай бел- мәгәнлектән, мин баш тарттым. Был уға ғәжәп тойол до булһа кәрәк. Ул миңә ҡыҙғанған һымаҡ ҡарап ҡуйҙы; шулай ҙа беҙ һөйләшеп киттек. Мин уның Иван Иванович Зурин икәнлеген, уның гусар полкында рот мистр 1 булыуын, рекруттар ҡабул итеү өсөн Сембергә килгәнлеген, ә үҙенең трактирҙә торғанлығын белдем. Зурин мине үҙе менән бергә алла биргән Ниғмәт менән һалдатса ғына төшкө аш ашарға саҡырҙы. Мин быға бик рәхәтләнеп риза булдым. Беҙ өҫтәл янына барып ултырҙыҡ. Зурин күп эсте һәм, хеҙмәткә күнегергә кә рәк, тип мине лә һыйланы; ул миңә ғәскәри анекдот тар һөйләне, был анекдоттарҙан мин йығыла-йығыла көлдөм. Өҫтәл янынан беҙ бөтөнләй дуҫлашып тороп киттек. Шунда ул мине биллиард уйнарға ла өйрәтергә булды. «Был,— тине ул,— беҙҙең кеүек хеҙмәт кеше һенә бик кәрәк нәмә. Походта, мәҫәлән, бер ауылға килеп туҡтайһың. Ни менән шөғөлләнмәк кәрәк? һәр ваҡыт жидтарҙы3 туҡмап ҡына тормаҫһың бит. Их тыярһыҙ, трактиргә бараһың һәм биллиард уйнай баш лайһың; ә бының өсөн уйнай белергә кәрәк!» Мин был фекергә тамам ышандым һәм ҙур тырышлыҡ менән өйрәнергә керештем. Зурин мине ҡысҡырып маҡтап дәртләндерә, минең йылдам уңыштарыма ғәжәпһенә ине һәм, бер нисә дәрестән һуң, отар әсән түгел, тик былай ғына, бушҡа уйнамаҫ ө с ө н генә тип, яртышар тиндән аҡсаға уйнарға тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, бушҡа уйнау иң алама ғәҙәт икән. Мин быға ла риза булдым, ә Зурин пунш килтерергә ҡушты һәм: һиңә хеҙмәткә күнегергә кәрәк; пунш булмағас, хеҙмәт хеҙ мәтме ни ул! — тип ҡабатлай-ҡабатлай мине лә ауыҙ итергә ҡыҫтаны. Мин уны тыңланым. Ә беҙҙең уйын 1 « Г у с а р п о л к ы ң д а р о т м и с т р » — гусарҙар (кавале рия) полкында офицер чине; йәйәүле ғәскәрҙәге капитан чиненә тиң.
2 Ж и д — хурлау һүҙе. Революцияға тиклем рус шовинистәре -еврейҙәрҙе шул исем менән хурлайҙар ине.
10
2 Ж и д — хурлау һүҙе. Революцияға тиклем рус шовинистәре -еврейҙәрҙе шул исем менән хурлайҙар ине.
10