Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 93.

уға ташланыр ине. Ләкин ул Травкаға үҙенең хәлен төшөндөрә алманы, шуға күрә уны йылы һүҙ менән әүрәтергә тура килде. Хатта эттең Митрошанан куркыуы кәрәк ине, сөнки, әгәр эт унан куркмаһа, бөйөк Антип карттың кеүә- те алдында куркыу белмәһә, ул, эт ғәзәте буйынса, ырғып барып, бөтә көсө менән кеше­ нең муйынына ташланһа, ул сакта һаззың баткыны кешене лә, уның дуҫы булған этте лә һис шикһеҙ төпкә тартып алып китер ине. Был бәләкәй Митроша, хәҙер Травка уйлаған бөйөк кеше Антип карт була алманы.

Был бәләкәй малай хәйлә корорға мәж­ бүр булды.

— Затравка! Һөйөклө Затравушка! — тип Митроша уны татлы һүҙ менән әүрәткән булды.

Ә үҙе эстән генә: „Йә, шылыш кына әле, шылыш әҙерәк", тип уйланы.

Эт, үҙенең саф күңеле менән йәш Антип- тең асык һүҙендә ниндәйҙер бер хәйлә барлы­ ғын һиҙеп, туктала-туктала, шылыша бирҙе.

— Йә инде, күгәрсенкәйем, тағы, тағы әҙе­ рәк шыуыша бир!

Үҙе эстән генә: „Шыуыш кына әле, шыуыш", тип уйлай.

Эг әкренләп кенә уның эргәһенә шыуы­ шып килеп етте. Митрошаға хәҙерҙән үк, һаҙ 93
Закрыть