Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 90.

ны һәм койроғон сак кына һелккеләп куй- зы.

Үҙенең хужаһы Антип картты таныған ва­ ҡытта Травка ни уйлағандыр, беҙгә быны белеү мөмкин түгел, шулай ҙа һиҙергә мөм­ кин, әлбиттә.

Хәтерегеҙҙәме, һеҙҙең менән дә шулай бул­ ғаны бармы? Кайһы берҙә, урманда йылға­ ның тонок келәгәһенә иңкәйеп карап тораһың, шунда, көҙгөгә караған һымак, һинең артың­ дан келәгәгә карап торған кеше тотош көйө, ҙур, гүзәл булып күренеп тора. һәм көҙгөлә ул бөтә тәбиғәт, болоттар, урмандар менән бергә бик матур булып күренә, шунда ук, һыу төбөндә, кояш та байып бара, матур ай ҙа калка һәм күп-күп йондоҙҙар ҙа йымылдап күренә башлай. Травкаға ла Антип карт шу­ лай матур булып күренгәндер.

Моғайын, бына тап шулай, Травкаға ла кешеләрҙең һәр бер йөҙөндә, көҙгөләге һы­ мак, һынлы, оҙон, матур Антип карт күрен­ гәндер һәм ул һәр кемдең муйынына һарылыр­ ға теләгәндер, бәлки. Ләкин Травка, үҙенең тәжрибәһе буйынса, Антип картка дошман булған тап шундай ук төҫлө кешеләрҙең дә барлығын белә ине.

Травка көтөп тора бирҙе.

90
Закрыть