Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 88.

алыҫҡа ырғып китте, һунарсылар быны ялта­ ныу тип йөрөтәләр. Ул тәүҙә бер якка ялтанды, унда аҙ ғына торҙо ла, икенсе якка ялтанды, шунан, ырғып-ырғып килеп, өсөнсө якка ял­ танды һәм шунда, үҙенең эҙенә карап, ырғып төшкән урынында ергә ятты. Быны, әгәр Травка килеп сығып, уның ялтаныуын белһә-нитһә, уны алдан күреп калыу мөмкин булһын әсән эшләне.

Эйе, куяндың башы бик эшләй, әлбиттә, ләкин шулай ҙа был ырғып ялтаныуҙар ҡур­ ҡыныслы: акыллы һунар эте куяндың һәр ва­ ҡыт үҙ эҙенә карап ятыуын аңлай һәм эт уның эҙе буйынса баҫтырмай. Ә һауанан танауы менән уның еҫен еҫкәп барып тотоу хәйләһен белеп алған.

Эт өрөүҙән туҡтаны, ул хәҙер, танауын һауаға күтәреп, өйөрөлөп-өйөрөлөп куян еҫен еҫкәй башланы. Куян быны күреп тора. Уның йөрәккенәһе дөпөлдәп һуккан була, куркалыр инде, бахыр, күрәһең...

Бөгөн куяндың эштәре рәтле барып сыҡты: эт, баткыл тирәһендә өйөрөлөп йөрөй торғас, шунда ниҙер күреп калды. Шул ерҙә капыл бик асыҡ булып кеше кыскырыуы ишетелде һәм тауыш күтәрелде. Куян, был ҡурҡыныс тауышты ишеткәс, „бәләнән баш-аяҡ" тигән 88
Закрыть