Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 80.

астя кыскырған вакыттаиҫкән көслө ел кызыл эңерҙәге аҙаккы ел түгел ине әле. Был вакытта кояш, калын-калын болоттар араһы­ нан үҙенең кыҙыл нурҙарын сәсә-сәсә, байып бара ине.

Настянең тауышына Митроша яуап бир­ гән сакта иҫкән ел дә аҙаккы ел түгел ине.

Көслө елдең иң аҙаккыһы кояш, үҙенең сәнскәккә окшаған кыҙыл нурҙарын ер аҫты­ на йәшереп, ҙур, кыҙыл кәүҙәһенең түбәнге сите менән ергә тейгән сакта булды. Шул вакытта сағылда бәләкәй генә кыҙылтүш тур­ ғай һарһылтып һайрай башланы. Йәйенке таш эргәһендәге тынған ағастың башында ултырыу­ сы кор әкрен генә гөлдөрҙәргә тотондо, шун­ да торналар ҙа өс тапкыр кыскырып куйҙылар. Ләкин уларҙың был юлы кыскырыуы иртәнсәк
Закрыть