Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 78.

Бына шул вакытта ғына Настя, һиҫкәнеп китеп, аяк өҫтө баҫты. Мышы уның кеше икән­ леген һизеп алды һәм оҙон, көслө аяктары менән баткыл һаҙ өҫтөнән сабып сығып кит­ те. Ул көрө һукмак менән югергән үр куяны шикелле сабып бара ине.

Мышынан курккан Настенька, аптырап, йыланға карап торҙо: йылан, яңынан йомар­ ланып, кояштың йылы нурында йылынып ята ине. Настя хәҙер үҙен шунда түңгәк өҫтөндә катып калған һымак тойҙо, уға ул үҙе хәҙер генә бынау йылан тиреһенән сыкты ла, үҙенең кайҙа икәнен аңлай алмай, аптырап тора төҫ­ лө тойолдо.

Якында ғына кара һыртлы ҙур бер һары эт Настягә карап тора. Был эт Травка ине, Настя хатта уны белә лә. Антип карт, шул эт­ те эйәртеп, бер нисә тапкыр ауылға килгәне бар. Ләкин эттең дөрөҫ исемен кыҙыкай белә алманы, шулай ҙа уға өндәште: — Муравка, Муравка, кил бында! Мин һи­ ңә икмәк бирәм!

Настя икмәк алыу өсөн кәрзинкәһенә ку- лын һуҙҙы. Кәрзинкәгә өймәләм итеп көрт­ мәле тултырылған, ә икмәк аҫта калғайны. Ҙур кәрзинкә тулғансы күпме вакыт үткән, иртәнән кискә тиклем кәрзинкәгә нисә бөр- 78
Закрыть