Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 76.

һын, нисек ул уҫактарҙан шундай мөғжизә яһалырға мөмкин? Ана уның калын ирендәре йәш уҫактың олонона барып тейҙе һәм уның йәш кайырыһын һыҙырып алды. Уҫактың кайы- рыһы һыҙырылған урын ап-ак һыҙат булып кал­ ды, был ғәжәп хайуан шулай уҫак кайырыһын ашап туйына икән. Был ғәжәп хайуан шул ти­ рәлә үҫкән уҫактарҙың бөтәһенең дә кайырыла- рын кимергеләп бөткән. Юк, һаҙҙағы был хай­ уан күҙгә күренгән шәүлә генә түгелдер. Лә­ кин, уҫак кайырыһы һәм һаҙ үләне ашап, шундай ҙур бер хайуандың үҫеүен нисек аң­ ларға һуң?

Шундай кеүәтле хайуан бар сакта, кешелә әсе һаҙ еләгенә карата булған ҡомһоҙлоҡ кай- ҙан тыуа икән һуң? Мышы уҫак кайыры­ һын кимергән сағында ерҙә шыуыша-шыуыша еләк йыйып йөрөүсе Настягә юғарынан карап- карап ала. Мышы кыҙыкайға, шыуышып йөрөү­ се башка хайуандарға караған шикелле, иғ­ тибарһыҙ ғына карай.

Настя, көртмәленән башка бер ни ҙә күр­ мәйенсә, ҙур, кара бер түңгәккә табан шыуа ла шыуа. Ул ауыр кәрзинкәһен үҙенең арты­ нан сак-сак һөйрәп килә. Ул үҙе бысранып, һыуланып бөткән.

Мышы был ҡыҙыҡайҙы әҙәмгә лә һынамай:
Закрыть