Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 71.

дәй, кызыкай үҙе тураһында ла онотто, ул тик көртмәлене генә белә, уның һаман күбе­ рәк йыйғыһы килә ине.

Митроша менән бәхәсләшкәндә, уның ғауға сығарыуы шул еләк аркаһында булды ла: ни бары шул Настянең генә такыр һукмактан киткеһе килде. Ә хәҙер, еләккә әүрәп, ул та­ ҡыр һукмактан да яҙлығып ҡуйҙы.

Ул тик бер генә тапкыр канығыуынан ай­ ныҡҡан кеүек булды: үҙенең ҡайҙалыр бер ерҙә һуҡмаҡтан сыҡҡанын иҫенә төшөрҙө. Настя шул ергә һуҡмаҡҡа кире барып төшөргә тоҫ­ маллап атлай башланы. Ләкин ул ерҙә һуҡмаҡ­ ты таба алманы. Шунан ул маяҡ һымак ул­ тырған ҡыу ботаҡлы оҙон ике ағас күренгән яҡҡа югереп барғайны ла, һуҡмаҡ унда ла бул­ май сыҡты. Бына шул саҡта, яйы килгәндә, уға Митрошаның компас хаҡындағы һүҙҙәрен, ' урманда асығып йөрөүсе үҙенең яратҡан ҡус­ тыһын иҫкә төшөрөргә, уға тауыш итергә кәрәк ине лә бит, ләкин ҡайҙа ул...

Настенька, ҡустыһын инде иҫенә төшөрәйем генә тигәндә, ҡапыл бер нәмә күреп калды, ул нәмәне еләккә йөрөүселәр ( күбеһе үҙ ғү­ мерҙәрендә бер генә тапкыр ҙа күргәндәре юҡ ине...

Кайһы һуҡмаҡ менән китеү тураһында бәхәс-
Закрыть