Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 7.

акыл өйрәтмәксе була. Ләкин Настя уны бик тыңлай һалмай, көлөп тик тора. Быға Митро- шаның асыуы килә, ул һауалана башлай һәм танауын сәкәйтеп,әтәсләнеп әйтеп куя: — Бына тағы!

— Ниңә әтәсләнәһең?— ти уға апаһы.

— Бына тағы! һин, Настя, үҙең әтәсләнә­ һең, — ти Митроша.

— Юк, һин!

— Бына тағы!

Настя кустыһын шулай үсекләгәндән һуң уның башынан һыйпай. Настянең кескенә кулдары уның елкәһенә тейҙеме—Митрошаның атаһына окшатырға тырышып ғәйрәтләнеү теләге кайта.

— Әйҙә икәүләп утауға сығайык,— ти Настя. Шунан һуң икәүләп баксаға сығалар. Митроша йә кыяр утай, сәгәлдәр күмә, йә картоф утарға керешә.

Шулай, Ватан һуғышы осоронда бөтәбезгә лә бик кыйынға тура килде, бик, бик кыйын булды шул вакытта, ундай кыйынлык хатта бөтә ер йөҙөндә бервакыгта ла булмағандыр. Хатта был балаларға ла күрмәгәнде күрергә, бик күп ыҙа сигергә, йонсорға тура килде. Ләкин уларҙың татыулығы бөтә ауырлыкты еңде, улар матур йәшәнеләр.

Закрыть