Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 69.

була, күрмәй үтмәйһең, һуйырҙар йәшәй тор­ ған аулағырак урман эсендә кызыл бөрҙөгән осрай, уның еләге озон һабаклы, сылт-кызыл. һәр бер еләгенең төбөндә йәшел кешәнәһе бар. Беҙҙә тик һаҙ көртмәлеһе тигән бер­ ҙән-бер емеш кенә яҙ көнө һаҙ түңгәге аҫ­ тында йәшенеп ята һәм өҫтән карауға бик күренә һалмай. Тик уның күп еренә барып сыкһаң ғына, күреп: „Бында берәйһе көртмә­ ле түгеп киткән икән“, тип уйлайһың. Берәү- һен әҙәп алып ашап карайым, тип эйелһәң, бер еләк урынына йәшел епкә теҙелгән бик күп еләктәр килеп сыға. Теләһәң, түңгәк аҫ­ тынан, мәрйен теҙелгән муйынса кеүек, кып-кы- ҙыл еләк бәйләме тартып сығарырға мөмкин.

Һаҙ еләге — кыҙыл көртмәле — яҙ көнө кый- бат булғанғамылыр, әллә ул файҙалы һәм ши­ фалы булғанғамы, әллә уның менән сәй эсеү бик һәйбәт булғанға күрәмелер инде, уны йый­ ғанда, бисәләр ниңәлер бик комһоҙ булалар. Беҙҙә бер әбей бер көндө көртмәлене шул тиклем йыйған, хатта кәрзинкәһен күтәрә лә алмай икән. Аҙактан кәрзинкәһен бүҫкәрт­ кеһе лә, ташлап киткеһе лә килмәй икән те­ генең. Шулай итеп әбей меҫкен, кис булған­ сы кәрзинкәһе янында ултырып, килеп алған­ сы, хәлдән тайып, үлә яҙған.

69 \
Закрыть