Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 63.

— Ниңә яланғас йөрөргә?

Ә ул беҙҙән һыны катып көлә торғайны.

Беҙ Антип карттың ниңә улай көлөүен аң­ ламай торғайнык.

Антип карттың һүҙҙәре тик хәҙер, күп йыл­ дар үткәс кенә иҫкә төшә һәм бөтәһен дә аң­ лай башлайһың: Антип бабай ул һүҙҙәрен беҙ, уны-быны уйламай, бик белдекле булып һәм сәмләшеп, үҙебеҙ бөтөнләй татымаған нәмә ха- кында һөйләшкән ө с ө н әйткән икән.

Антип карттың беҙгә яланаяк, яланөҫ йө­ рөргә кәңәш биреүе: „Кисеү күрмәй, итек сисмә", тип әйтеп бөтөрмәгән һүҙе булған икән.

Митроша ла шулай булды. Ә акыллы Нас­ тя уны башта ук нисә тапкыр киҫәткәйне. Еркә үләне лә уға күтерҙе урап үтеү юлын күрһәт­ кәйне. Юк. Ул үҙ белдеге менән китте. Кеше йөрөгән һукмакты ташлап, туп-тура һукыр баткылға барып керҙе. Әйткәндәй, тап шул акланда тамырҙары менән ишелеп үҫкән үлән­ дәр юк. Бында кыш көнө боҙҙа уйылған мә­ кегә оҡшаған күтер генә ине. Ябай упкыл өҫтөндә һәр вакыт исмаһа әҙ генә булһа ла ма- тур, ҙур, ак томбойоҡ сәскәләре һәм ләлә менән ҡапланған һыу була, ғәҙәттә. Ә бында бер ни ҙә юк. Шуға күрә лә был упкыллы урын „һукыр батҡыл" йәки күтерле тип ата- 63 \
Закрыть