Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 59.

кеше баштары эленгән бәләкәй генә өйө кү­ ренер төҫлө кеүек тойола. Хәҙер һаҙ аҫтын­ да гөбөрзәү аяк баҫкан һайын ишетелә баш­ ланы.

Митроша башы осонда, якында ғына капыл бүркле бер ҡош башы күреп калды. Ояһында борсолоп ултырыусы был түңәрәк кара канат­ лы тәгәрлек ҡысҡырып ебәрҙе: — Си-би, си-би, си-би!

Оҙон кәкере суҡышлы, һоро, ҙур ҡурпысыҡ, тәгәрлеккә яуап биргән төҫлө: — Ғыжк-ғыжк! — тип ҡысҡырып куйзы.

Шыршы урманында үҙенең ояһын һаҡлаусы ҡоҙғон, тирә-яҡты ҡараштырып, өйөрөлөп осоп йөрөгәндә, бәләкәй һунарсы Митрошаны кү­ реп ҡалды. Яз көңө ҡоҙғондарҙың да тауышы үҙгәрә. Уның тауышы „дроң-тоң!“ тигән бер тауышҡа оҡшай. Әгәр кеше тамаҡ төбө менән шулай тип ҡысҡырғанда тауышын та­ нау буйынса ебәрһә, ҡоҙғон кыскырыуына оҡшап ҡалыр ине. Коҙғондоң тауышында беҙ­ ҙең ҡолаҡ менән элеп ала алмаҫлыҡ, аңла­ шылмай торған нескәлектәр бар. Шуға күрә беҙ ҡоҙғондоң кыскырыуын аңлай алмайбыҙ, һаңғырау-телһеззәр һымаҡ, һиҙеп кенә була. Ояһын һаҡлаусы ҡоҙғон шунда: — Дроң-тоң!—тип ҡысҡырып ебәрҙе. Уның 59
Закрыть