Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 56.

биргән, һәм ул үҫемлектәр, кыуарып, сереп, ашламаға әйләнгәс, кояштан алған йылыны бүтән үҫемлектәргә, бүтән кыуактарға, еләк­ тәргә, сәскәләргә, үләндәргә комарткы итеп калдыра килгәндәр. Ләкин һаҙлык урындарҙа һыу ғәҙәттә үҫемлектәргә үҙҙәренең бөтә бай­ лығын балаларына ҡалдырырға ирк бирмәй. Был байлык һыу төбөндә меңәр йылдар буйы һаклана, шулай итеп, һаҙлык кояштың хазина­ һына әйләнә, һуңынан кояштың был бөтә хази­ наһы торф рәүешендә кешегә мираҫ булып күсә.

Блудов һаҙлығында бөтмәҫ-төгәнмәҫ яғыу­ лыҡ бар. Ләкин торфтың катлауы бөтә урында ла бер тигеҙ түгел. Балалар ултырып киткән йәйенке таш эргәһендә үҫемлек меңәр йылдар буйы катлау-катлау булып, өҫтө-өҫтө­ нә йығылған. Был урында торфтың иң борон­ ғо катлауы булған. Ләкин артабанырак, һ у ­ кыр баткылға якыная барған һайын, торф катлауы йәш һәм йокара бара.

Митроша, компас стрелкаһының күрһәтеүе буйынса, алға табан барған һайын һукмак һәм аяк аҫтындағы түңгәктәр әҙләп-әҙләп йомша­ ра барыу ғына түгел, хатта шыйығая һәм уп- кылға әйләнә башланы. Ул каты ергә баҫам имеш тиһә, аяғы батып китә һәм бик ҡурҡы­ ныс була: аяк әллә төпһөҙ күтергә төшөп ки­ 56
Закрыть