Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 52.

Антип бабай тере сакта ла ул бер вакыт шулай эшләгәйне. Антип бабайҙың урманда утын тейәтеү буйынса бик мәшәҡәтле әше бар сак ине. Эш ваҡытында бимазалап йөрөмәһен өсөн, ул Травканы өй эргәһенә бәйләп китте. Карт үҙе, иртәнсәк таң һарыһынан тороп, ур­ манға китте, төш вакыты еткәс, Травка арҡан­ дың икенсе осо йыуан бүрәнәләге тимер сың- ҡаға бәйләүле икәнен һиҙеп алды. Быны аң­ лағас, эт бүрәнә өҫтөнә менде лә, артҡы аяҡ­ тарына баҫып, алғы аяҡтары менән арҡанды үҙенә тартып алды һәм уны, сәйнәй торғас, кискә тиклем әҙәп сығарҙы. Өҙгәс, ул шунда ук, муйынында ҡалған епте һөйрәтеп, Антип картты эҙләргә сыҡты. Антип карттың ките­ үенә ярты тәүлектән артыҡ вакыт уҙғайны инде, уның эҙе юғалған һәм, ысыҡ кеүек, һибәләп яуыусы ямғыр уның юлын бөтөнләй йыуғайны. Урманда көндөң көнө буйы тын булды, көнө буйы япраҡ елберҙәтерлек тә ел булманы һәм Антип карттың трубкаһынан сыҡҡан тәмәке төтөнө, иртәнән кискә тиклем һауала бер урын­ да күгәреп, тик торҙо. Картты әҙенән юллатып табыу мөмкин булмағанын белеп, Травка ба­ шын юғары күтәрҙе лә уралып йөрөй башла­ ны һәм ҡапыл һауала тәмәке еҫен һиҙеп ҡал­ ды, шунан тәмәке еҫе буйынса әкренләп, еҫте
Закрыть