Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 51.

Травкаға ике баланың таш өҫтөндә калған юлы һәм уларҙың икмәк, бешкән картофта- рынан таралып калған тәмле еҫе камасауланы.

Бына хәҙер Травка кыйын бер мәсьәләне хәл итергә тейеш: куянды юллап, Митроша киткән һукыр баткыл яғына— күтергә китергә­ ме, әллә уңға боролған такыр һукмак менән һукыр баткылды уратып китергәме?

Икмәкте теге ике кешенең кайһы һы алып киткәнен белергә мөмкин булһа, был кыйын мәсьәлә бик еңел хәл ителгән булыр ине. Их, шул икмәкте ашаһа ине Травка, һәм ул куян­ ды үҙе өсөн түгел, шул икмәк биреүсе кеше өсөн тотоп килтергән булыр ине.

Кайҙа барырға һуң хәҙер, кайһы һукмак ме­ нән китергә? Ундай хәлдәрзә кеше булһа, ғә­ ҙәттә, уйға калыр ине, ә һунар эте тураһын­ да һунарсылар: эт азаны тиҙәр.

Травка ла шулай азаны, аптырап калды, һәм башка һунар эттәре бындай хәлдә нисек итһә, Травка ла шулай, башын юғары күтәреп, үткер күҙҙәре менән ергә, һауаға һәм тирә-як- ка текләп карап, уралып йөрөргә тотондо.

Настя киткән яктанкапыл иҫкән елгә каршы эт уралып йөрөүҙән туктап калды. Әҙерәк торғас, Травка хатта, куян шикелле, арткы аяк- тарына баҫып, юғары күтәрелде.

Закрыть