Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 50.

ине. Ләкин эт, Антип бабайҙы иҫенә төшөрөп, олоп ултыра торғас, үҙенең корһағы асканын һиҙҙе. Ул Антип бабайҙы шыңшып сакырыуҙан туктаны ла, үҙенә ашарға табыр өсөн, куян юлы эҙләп китте.

Был йылдың шундай бер вакыты ине: был ваҡытта төн хайуаны куян, таң атһа ла, йоҡ­ ларға ятмай, сөнки уға куркыуҙан көнө буйы күҙҙәрен асып ятырға тура килә. Яҙ көнө куян көндөҙ яландарҙа, юл буйҙарында, ҡурҡ­ майынса, бик оҙаҡ йөрөй, Бына берҙән-бер көндә бер үр куяны Нас­ тя менән Митроша асыуланышҡан урынға барып сыҡты һәм, улар кеүек, йәйенке таш өҫтөнә ял итергә ултырҙы, шунан, ҡолаҡтарың ҡайсылап, ниҙер тыңларға тотондо. Капыл иҫкән елгә ағастар үкерә башлағас, ҡуян, ҡур­ ҡып, йәйенке таш өҫтөнән һикереп төштө һәм кеше бармай торған күтерле һукыр баткыл янына һикерә-һикерә китте. Куян ҡаулаһын ҡойоп бөтмәгәйне әле, уның йөндәре ерҙә ҡойолоп ҡала барҙылар, ағастарҙың сыбығы­ на ла, үткән йылғы ҡыу үләндәрҙең шырпы­ һы осона ла эләгеп калғыланылар.

Куян йәйенке таш өҫтөндә ултырғандан бирле байтаҡ ваҡыт үтһә лә, Травка уның еҫен тиҙ үк һиҙеп алды. Куянды кыуыуы өсөн 50
Закрыть