Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 5.

татыу ғына йәшәгән был акыллы балалар үҙ­ ҙәре бөтә эшкә лә өйрәнеп алдылар һәм бик якшы тора башланылар.

Әй акыллы балалар ҙа ине һуң былар! Мөмкин булған сакта улар общество эшенә лә катнаша торғайнылар. Уларҙы колхоз баҫы­ уында ла, бесән эшләгән ерҙә лә, мал дворында ла, йыйылыштарҙа ла, танкыға каршы сокор каҙған ерҙә лә күреп була торғайны. Танау- ғыналары сәкәйеп, улар бөтә урында була­ лар.

Был ауылда беҙ ситтән килгән кеше бул- һак та, һәр кемдең тормошон якшы белә инек һәм хәҙер әйтергә мөмкин: был ауылда шул ике баланан да татыуырак йәшәгән бер генә семья ла юк ине.

Настя, әсәһе мәрхүм шикелле, таң һарыһы­ нан ук, көтөүсе тауышына йокоһонан торор ине. Ул,кулына сыбык алып, малдарын көтөүгә кыуа һалып кайта, унан, кабат йокларға ятма­ йынса, мейескә ут яға, картоф әрсей, иртәнге тамакка, төшкө тамакка әҙерләй, шулай көн буйы, кара кискә тиклем йорт эше менән була.

Митроша, атаһы мәрхүм шикелле, ағас һа­ уыттар яһай: бәләкәй мискәләр, лакандар, табак- тар, ялғаштар эшләй. Уның фуганкаһы, йыш-
Закрыть