Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 47.

рашыуҙарына бүре түҙә алманы, өңөнән сыҡ­ ты. Сыҡҡас, ул лапы өҫтөнә менде, шунда баҫып торған көйө башын күтәреп, унһыз ҙа эскә инеп бөткән ҡорһағын йәнә эскә тарта биреп, берҙән-бер ҡолағын ел яғына куйзы һәм, сонтор ҡойроғон күтәреп, олой башланы.

Шул тиклем имәнес һәм ҡыҙғаныс ине уның олоуы. Ләкин һин, юлаусы кеше, әгәр был тауышты ишетһәң һәм һиндә уға ҡарата кү­ ңелеңдә ҡыҙғаныу тойғоһо тыуа ҡалһа, ул ҡыҙғаныу тойғоһона юл ҡуйма: сөнки ул олоу­ сы— кешеләрҙең дуҫы булған эт түгел, ә ке­ шеләрҙең хас дошманы—бүре ул. Үҙенең шул яуызлығы аркаһында һәләкәткә дусар ителгән йыртҡыс ул. һин, юлаусы кеше, үҙеңдең был ҡыҙғаныу тойғоңдо үҙе өсөн олоусы бүре өсөн һаҡлама, ә киреһенсә, хужаһынан етем ҡалып, унан аҙаҡ хәҙер кемгә тоғро хеҙмәт итергә белмәй аптырап йөрөүсе эт өсөн һаҡла.

Закрыть