Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 46.

дағы өңөнә саба. Кыш көнө малдар яланға сыкмаған сакта ул мал һарайына һирәк килә. Кыш көнө ул күберәк ауылдағы эттәрҙе то­ топ ашай, күп вакыт эт ашап тамак туйҙыра. Был ата бүренең котороуы хатта шул тиклем- гә барып етте, ул бер вакыт хужаһының сана­ һы артынан югереп китеп барыусы этте баҫ­ тырып килә торғас, эт куркыуынан сана өҫтө­ нә менеп ултыра, бүре шул этте хужаһының кулынан тартып алып китә.

һоро помещик бара-тора бөтә тирә-якты куркыта башланы, һәм крәҫтиәндәр беҙҙең „бүре һуғыусы команданы" сакырҙылар. Беҙ уны камап тоторға биш тапкыр ынтылып ка- ранык, ул бишеһендә лә, түңәрәк эсенән флаг­ тар аша ырғып сығып, касты.

Бына хәҙер, яҙ була башлаған сакта, шул ата бүре, мал аяғы кара ергә баҫып, көтөүсе­ нең беренсе тапкыр сыбыртҡы шартлатыуын һағалап ята ине. Ул, кыштың кыш буйы лапы аҫтында ятып, асыккан, хәлһеҙләнгән ине.

Шул көндө иртәнсәк, Митроша менән Нас­ тя үҙ-ара асыуланышып, икеһе ике һукмак менән киткән сакта, һоро помещик, аслығы­ на асыуланып, өңөндә ята ине. Көслө ел сы­ ғып, иртәнге таң болот менән ҡапланған сак­ та, йәйенке таш янындағы ағастарҙың ыңғы- 46
Закрыть