Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 42.

көрәшеп килгән, ә ағастар йылғаның ярҙарын нығытырға тейеш булғандар. Ләкин йылға еңеп, ағастарҙы колаткан, ә азактан йылға үҙе лә һаҙға йәйелеп киткән. Колаған ағастар өҫтөнә ишелеп, куйы үләндәр үҫкәндәр, вак- вак уҫактарҙы мүк сорнап алған. Шулай итеп был урын әҙәм үткеһеҙ лапыға әйләнгән, һунарсылар теле менән әйткәндә, бүреләрҙең төйәгенә, хатта„крепосенә" әйләнгән, тип әй­ тергә мөмкин.

Бүреләрҙең йәшәгән төйәген билдәләгәс, беҙ уны, саңғы менән йөрөп, уратып камап алдык һәм саңғы юлы буйына өс километрға кыуактан-кыуакка аркан һуҙып, арканға кы- ҙыл флагтар элеп сыктык. Кыҙыл төҫтән бү­ реләр куркалар, өҫтәүенә сепрәктән ситса еҫе сығып та торһа һәм әгәр урман араһын­ дағы йомшак ел флагтарҙы сак кына елбер- ҙәтеп тә куйһа, бүреләрҙең бынан кото оса, улар, куркып, койроктарын кыҫалар.

Флагтар эленгән түңәрәктә беҙ бер нисә ерҙән асык урындар, капкалар калдырҙык. Мылтыҡлы һунарсылар нисә кеше булһа, пап­ каларҙың һаны ла шул тиклем ине. һәр бер капка эргәһендә, шыршы кыуағы араһына йә­ шенеп, яһаулы мылтығын тоҫкап, бүренең килеп сығыуын көтөп, бер һунарсы ятты.

42
Закрыть