Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 41.

йылға буйынан алыҫ түгел. Бынан бер нисә йыл элек, шундағы крәҫтиәндәрҙең сакырыуы буйынса, унда беҙҙең „бүре һуға торған ко­ манда" барҙы. Шундағы һунарсылар ҡайҙалыр Короған йылға буйында бүре ояһы барлығын күреп кайткандар. Беҙ, крәҫтиәндәргә ярҙамға барып, йыртҡыс хайуандарға һунарсылыҡ итеү­ ҙең бөтә йолалары менән эшкә керештек.

Төндә беҙ, Блудов һаҙына барып, бөтәбеҙ бүре булып олорға тотондок. Беҙгә яуап итеп Короған йылға буйындағы бөтә бүреләр олой башланылар. Шулай итеп беҙ бүреләрҙең ҡайҙа икәнен һәм нисә икәнен асык белә ал­ дыҡ. Улар Короған йылғаның әҙәм үтә ал­ маҫлыҡ иң шырлы лапылығында йәшәйҙәр икән. Бында йылға борон-борондан үҙенең иркен, тотҡарлыҡһыҙ ағыуы өсөн ағастар менән 41
Закрыть