Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 39.

мин үлгәнсе килеп өлгөрә алмаһағыҙ, мин Травканың колағына бөтәһен дә әйтермен.

Антип бабай үлеп китте. Ул үлгәс, озак та үтмәне, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ан­ тип бабай урынына башка ҡарауылсы ҡуйма­ нылар һәм уның утарын ташланылар. Өй бик туҙғайны инде һәм ул өй бабайҙың үҙенән дә картырак ине. Ул ян-яғынан таяу менән генә терәтеп ҡуйылған. Берҙән-бер көндө, шулай, көслө ел сығып, утарҙы, уйынсыҡ өй һымаҡ итеп, бөтөнләй ҡолатып китте. Бер йыл эсен­ дә өйҙөң арҡыс-торҡос ятҡан серек бүрәнә­ ләре өҫтөнә оҙон үлән үҫте һәм ҡолаған өй­ ҙөң урыны урмандағы аҡлан эсендә бер уба һымаҡ булып ҡына ҡалды. Уның өҫтө төрлө сәскәләр менән ҡапланды. Ә Травка картоф ямына күсеп алды һәм, кейек хайуан шикелле, урманда йәшәй башланы.

Шулай ҙа ҡырағай тормошҡа өйрәнеп ки­ теү Травка өсөн бик ҡыйын булды. Ул йән­ лектәрҙе үҙенең оло һәм мәрхәмәтле хужаһы Антип бабай өсөн ҡыуалап килтерә торғай­ ны, ә үҙе өсөн түгел. Травка бер нисә тап­ ҡыр ҡуян баҫтырып тотҡоланы. Ул, куянды тотҡас, уның өҫтөнә ҡапланып ятып, Антип бабайҙың килеүен көтә торғайны һәм, үҙе ас булһа ла, куянды ашамай ине. Хатта Антип 39
Закрыть