Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 37.

— һин, Антип бабай, олоғайған кеше, — ти торғайнык беҙ, — һәм һин хәкикәттең кайза икәнен беҙҙән якшырак беләһеңдер әле, моғайын?

— Беләм, — тиер ине ул, йылмайып.

— Әйт, улай булғас.

— Юк, тере сағымда әйтә алмайым, һеҙ үҙегеҙ эҙләгеҙ. Бына үлер сағымда килерһе­ геҙ. Мин шул вакытта һеҙҙең колағығыҙға ғына бөтә хәкикәтте әйтермен. Килегеҙ.

— Ярар, килербеҙ. Ә беҙ, бәлки, һинең касан үлереңде белмәһәк, һин беҙ килгәнсе үлеп китһәң, ул вакытта ни эшләрбеҙ?

Антип бабай үҙенең ғәҙәтенсә күҙҙәрен кыҫты. Ул йор һүҙ һөйләргә теләһә, һәр ва­ ҡыт шулай күҙҙәрен кыҫа торғайны.

— Эй, балакайҙар,балакайҙар, — тинеул,— һеҙ бәләкәй түгел бит инде хәҙер, һеҙгә үҙегеҙгә белергә вакыт, ә һеҙ һаман һораша­ һығыҙ ҙа һорашаһығыҙ. Ярай, улай булғас, мин үлергә йыйынған сакта һеҙ булмаһағыҙ, мин ошо Травканың колағына шыбырҙармын.

— Травка!— тине ул, этен сакырып алды.

Утар эсенә, тып итеп, кара һыртлы, һары ҙур бер эт килеп инде. Уның күҙ төптәрендә, күҙлек шикелле, уралып торған кара һыҙат­ тары бар ине. Шунлыҡтан уның күҙҙәре бик 37
Закрыть