Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 36.

Мәңгегә ишелеп үҫкән ағастарҙың ыңғырашы- уына эт түҙә алманы: ағастар эткә уның үҙ ҡайғыһын хәтерләттеләр. Травканың ғүмерендә бик куркыныслы бер бәхетһеҙлек булғанға ике йыл үтеп киткәйне инде: бынан ике йыл элек уның иң яратҡан хужаһы, лесник, карт һунарсы Антип бабай үлеп китте.

Беҙ Антип бабай янына һунарға элек-элек­ тән барып йөрөй торғайнык. Был карт нисә йәштә икәнен үҙе лә белмәй ине, шикелле. Ул карт шул ҡарауыл өйөндә, иҫке бер утарҙа һаман йәшәгән дә йәшәгән. Ул бер вакытта ла үлмәҫ төҫлө тойола ине.

— һиңә нисә йәш хәҙер, Антип бабай? — тип һорай торғайнык беҙ унан. — һикһәнде ҡыуаһыңдыр инде, ә?

— Күберәктер,— тип яуап бирер ине ул.

— Йөҙҙәме?

— Юк, әҙерәктер әле.

— Антип бабай, йә, шаярмай ғына дөрөҫөн әйт инде, йәшең нисәләргә бара инде хәҙер?

— Дөрөҫөн әйткәндә,— тиер ине карт,— әгәр һеҙ миңә дөрөҫлөктөң, хәкикәттең ни икәнен, ни рәүешле икәнен, уның ҡайҙа икә­ нен, уны нисек табыу юлын әйтһәгеҙ, мин дә һеҙгә әйтермен.

Уға яуап биреү бик ҡыйын ине.

36
Закрыть