Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 32.

— Был һукмак түгел дәбаһа,— тине Настя.

— Бына тағы! һин нимә беләһең? Кеше йөрөгән бит, шулай булғас, һукмак. Беҙгә төньяҡ­ ҡа китергә кәрәк. Әйҙә киттек! Күп һөйләнмә!

Настя йәшкә үҙенән бәләкәй Митрошаға буйһонғаны өсөн эстән бер аҙ ғәрләнде, ләкин өндәшмәне.

— Карррк! — тип кыскырып ебәрҙе шул вакытта ояһында күкәй баҫып ултырыусы инә ҡоҙғон.

Уның тауышын ишетеү менән ата ҡоҙғон, вак-вак ҡына аҙымдар менән һикерә-һикерә, ашығып, баҫмаға—шыршы ботағы буйлап ҡор эргәһенә килде.

Күтәрелеп барған кояшты икенсе бер, күк- һел-кара, оҙонса болот уртаға телеп үтте һәм күкте һоро тоноҡлоҡ каплап алды. Настя ҡус­ тыһын ысынлап кире һүрергә тырышып ка­ раны.

— Кара әле, Митроша, мин киткән һукмак шундай таҡыр. Бөтә кеше ошонан йөрөгән,— тине ул.

— Йөрөһә, йөрөһөндәр әйҙә, — тине уға Митроша. — Беҙ компас күрһәткәнсә барырға тейешбеҙ, атайым өйрәткәнсә. Төньякка, теге көртмәле күп акланға барырға тейешбеҙ.

— Атайым беҙгә юрамал, шаяртып, әкиәт 32
Закрыть