Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 30.

Көртмәле йыя барыусылар йәйенке таш өҫтөндә туңған һымак тик кенә ултырҙы­ лар. Уларҙың ҡаршыһындағы һаҙҙа үҫкән вак: кына шыршылар өҫтөнән, кыҙарып, йылы кояш калкты. Шул вакытта күк йөҙөндә оҙонса бер болот хасил булды. Был болот, һыуык һәм оҙон бер күк таҫма кеүек булып,, сығып килгән кояшты кап уртаға бүлде. Тап шул вакытта ел сығып китте, шыршы ҡарағай яғына табан эйелде, ә ҡарағай шаулап үгереп ебәргән һымак булды. Ел йәнә бер тапкыр уралтып килтереп һукты, был юлы ҡарағай шыршыға табан эйелде, хәҙер шыршы шаулай башланы.

Шул вакытта Настя менән Митроша, таш өҫтөндә ултырып, хәл йыйғас һәм кояшта йылынғас, артабан китер өсөн урындарынан ҡуҙғалдылар. Ләкин улар ултырған таштың эргәһенән үк таҡырайған киң һаҙ һуҡмағы ике айырсаға айырылды, һуҡмаҡ айырсаһы­ ның береһе, такырырағы, уңға киткән, ә икен­ сеһе, күрән баҫҡаны,тура киткән, һуҡмаҡтар­ ҙың ҡайһы якка китеүен компасы менән Ҡара­ ғас, Митроша, күрән баҫҡан һукмакка төртөп, Настягә: — Беҙгә ошо һуҡмаҡ менән, төньякка ки­ тергә кәрәк,— тине.

зо
Закрыть